Иҡтисад
24 Февраля , 10:30

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу дауам итә

Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу дауам итәКоммуналь инфраструктураны яңыртыу дауам итә
Коммуналь инфраструктураны яңыртыу дауам итә

Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса федераль проект сиктәрендә 2026 йылда дөйөм суммаһы яҡынса 1,1 миллиард һумға 46 йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу объекты капиталь ремонтланасаҡ һәм төҙөләсәк. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Шулай уҡ 2026 йылда бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә төбәктең ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалары 34 муниципалитет биләмәһендә 65 инвестиция программаһын тормошҡа ашырырға планлаштырған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 3,8 миллиард һумдан ашыу. Мәҫәлән, Өфөлә Рыльский урамындағы йылылыҡ магистрале участкаһы, Зорге урамындағы һыу үткәргес, Посадская һәм Блюхер урамдарындағы канализация коллекторҙары яңыртыла.

Бынан тыш, 2025-2028 йылдарҙа республикала өҫтәмә рәүештә 4,3 миллиард һумлыҡ ете коммуналь инфраструктура объекты төҙөләсәк һәм 11 объектты тәртипкә килтерәсәктәр. Атап әйткәндә, Благовещенда эсәр һыу резервуарҙары ҡуйыу менән магистраль һыу үткәргестең беренсе этабын, ә Краснокама районында – 20 километрҙан ашыу һыу менән тәьмин итеү селтәрен төҙөү планлаштырылған.

– 2026 йылда бөтәһе 95 километр һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәре төҙөләсәк, реконструкцияланасаҡ һәм алмаштырыласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр сифаты республиканың 183 мең кешеһе өсөн яҡшырасаҡ, – тип өҫтәне министр. – Шулай уҡ “ДОМ.РФ” компанияһының инфраструктура бюджет облигацияларын файҙаланып, Өфө Ағиҙел аръяғы биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәре һәм ҡоролмалары төҙөү буйынса проекттың икенсе этабын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. 2026 йыл йомғаҡтары буйынса бөтә объекттарҙы файҙаланыуға тапшырырға планлаштырабыҙ.

Башҡортостан Башлығы ведомствоға эше өсөн рәхмәт әйтте һәм дәүләт контракттарын ваҡытында төҙөү мәсьәләһен айырым контролдә тоторға ҡушты.

– Был өлкәгә байтаҡ аҡса китә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Киләһе ҡыш авария хәлдәрен кәметеү өсөн объекттарҙа, бигерәк тә Белорет һәм Учалы райондарында сифатлы эш ойошторорға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас