Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль , 21:30

Тамырҙаш. Рухташ. Партнер

Башҡортостан менән Силәбенең маҡсаттары уртаҡ.

Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер

25-26 февралдә баш ҡалабыҙ Өфөлә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер рәйеслегендә өлкә делегацияһы булды. Күрше төбәк вәкилдәре Башҡортостандың төрлө тармаҡтары эшмәкәрлеге менән танышты, заманса хеҙмәт алымдарын ҡараны, тәжрибә уртаҡлашты, аҙаҡ бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында килешеүҙәр төҙөлдө.

“Силәбе өлкәһе, беҙҙең күршеләребеҙ, илдең индустриаль ҡеүәтен сағылдыра. Уларҙа иҡтисад йылдам үҫә, нығый, ҡалаларҙа йәшәү шарттары яҡшыра. Әлеге эш сәфәре ике аралағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә ҙур этәргес бирәсәк”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ике төбәктең кампустары – берҙәм мәғрифәт киңлеге

Билдәле булыуынса, Өфөлә, “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Заманса кампустар селтәрен булдырыу” федераль проектына ярашлы, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө дауам итә. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан хупланған проектты 2027 йылда тамамлау планлаштырылған. Кампустың дөйөм майҙаны – 142 мең квадрат метрҙан ашыу, студенттарға йәшәү өсөн 4139 урын ҡаралған. 2024-2025 йылдарҙа беренсе һәм сираттың төп объекттары – IQ-парк менән Геном үҙәге сафҡа индерелде. Кампуста вуз-ара 18 лаборатория, технология эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн инновациялы инфраструктура булдырылған, мәғлүмәт технологиялары һәм биоинформатика өлкәһенә белгестәр әҙерләү мәктәбе бар.

Силәбелә иһә университет-ара кампус проекты тормошҡа ашырыла. Быйыл февралдә уның студенттар ҡунаҡханаһы сафҡа индерелгән, икенсе этап объекттарын төҙөү дауам итә. Ошо рәүешле Көньяҡ Уралда фән, сәнәғәт, юғары технологиялар тармаҡтары өсөн белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән заманса университет инфраструктураһы селтәре булдырыла. Өфөләге һәм Силәбеләге кампустар ике аралағы бәйләнеште нығыта, берҙәм ғилми-технология киңлеген барлыҡҡа килтерә.

Башҡорт теле нисек өйрәнелә?

Силәбе өлкәһе делегацияһы вәкилдәре төрлө тармаҡ учреждениеларында, ойошмаларҙа, уҡыу йорттарында, шул иҫәптән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды. Белем усағының технопаркында “Мәғариф өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек: трендтар һәм үҫеш мөмкинлектәре” тигән темаға уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл”дә ике яҡтың, фән, мәғрифәт, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогика университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Был документ киләсәктә тағы ла тығыҙыраҡ бәйләнештә эшләү мөмкинлеген арттырыр тигән ышаныстабыҙ, – ти эксперт, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты Сәлимә Таһирова. – 2023 йылдың 15 авгусында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең мәғариф һәм фән министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Һөҙөмтәлә күршеләребеҙҙең мәктәпкәсә учреждениеларында, мәктәптәрендә, өҫтәмә белем биреү тармағында башҡорт теле туған тел булараҡ өйрәтелә. 2025/26 уҡыу йылында был эш 33 балалар баҡсаһында (1 323 тәрбиәләнеүсе), 40 мәктәптә (3 477 уҡыусы) алып барыла. Өҫтәмә белем биреү ойошмаларында иһә туған башҡорт телен 104 йәш милләттәшебеҙ үҙләштерә. Шулай уҡ ошо маҡсатта Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се китапханаһында йәкшәмбе мәктәбе ойошторолған.

Бынан тыш, Башҡортостандағы мәктәп-интернаттарҙа Силәбе өлкәһенән 59 бала белем ала. Ғөмүмән, туған башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса эш ике төбәктең әүҙем хеҙмәттәшлегенә ярашлы алып барыла.

“Белем сифатын даими хәстәрләйбеҙ”

“Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” программаһына ярашлы, педагогтар әҙерләү эше маҡсатҡа ярашлы ойошторолған.

– Мәҫәлән, 2019 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла Силәбе өлкәһенән 109 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белемен камиллаштырҙы. Йәнә 37 педагог һөнәре буйынса яңы йүнәлеште үҙләштерҙе – улар ҙа беҙҙең университетта курс үтте, – ти БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Таһирова. – Силәбелә Башҡортостан Башлығы грантына “Белем” фестивале уҙғарыу, уның барышында педагогтарға курстар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа күрше өлкәнең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн үтә әһәмиәтле.

Эксперт билдәләүенсә, БДПУ-ға йыл һайын Силәбенән бер нисә студент алына. Улар маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килһә, артабан үҙҙәрендә практика үтеү, эшкә урынлашыу мөмкинлеген ала. “Мәҫәлән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, “Алтын ҡурай” проекты етәксеһе Рушания Нишанова заманында беҙҙең университетты уңышлы тамамлағайны. Хәҙер Силәбелә башҡорт лидерҙарының береһе булараҡ танылды. Әйткәндәй, күрше өлкәнең башҡорт йәмәғәт ойошмалары (улар – 15) туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, – ти педагог. – БДПУ студенттары күрше өлкәгә – борондан аҫаба халҡыбыҙ күпләп йәшәгән ергә – диалектология, фольклор экспедицияларына сығып, үҙенсәлекле материалдар йыйып алып ҡайта. Был – беҙҙең факультеттың ике төбәк хеҙмәттәшлегенә ярашлы башҡарылған эш йүнәлештәренең береһе. Быйыл да бер төркөм студенттарҙың Силәбе өлкәһенә диалектология практикаһына сығыуы планлаштырылған”.

* * *

Ике көнлөк ҙур сара барышында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында төрлө тармаҡ буйынса тиҫтәнән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Был документтар тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Аҙыҡ сәнәғәте, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һ.б. – барыһы ла мөһим. Силәбе өлкәһе – көслө идара итеү командаһы булған, йылдам үҫешкән төбәк. Ике яҡтың ҡеүәтен берләштереү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк”, – тине сараны йомғаҡлау өлөшөндә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер иһә Башҡортостандың илдә күп йүнәлештәр буйынса лидер булыуын, сәфәр барышында быға ныҡлы инаныуҙарын белдерҙе. “Яңы килешеү хеҙмәттәшлектең барлыҡ йүнәлештәрен үҙ эсенә ала, – тине ул. – Башҡортостандарҙың Силәбе өлкәһенә яуап сәфәре лә планлаштырыла. Килешеүҙе тормошҡа ашырыуға ярашлы, ике яҡтағы предприятиеларҙың, ойошма-ведомстволарҙың эшмәкәрлегенә квартал һайын мониторинг яһарға һөйләштек. Йылы ҡабул итеүегеҙ, һөҙөмтәле сәфәр өсөн рәхмәт!”

--------------------------

2025 йылда Башҡортостандан Силәбе өлкәһенең белем биреү ойошмаларына 594 дана уҡыу һәм уҡыу-методика әҙәбиәте, 13 комплект милли кейем, мәктәпкәсә учреждениелар өсөн дүрт балалар тирмәһе тапшырылған. Төрлө яҡлы ярҙам күрше өлкәлә башҡорт телен уҡытыуҙы тотороҡло үҫтереү, тармаҡта кадрҙар ҡеүәтен нығытыу мөмкинлеген бирә.

-------------------

Силәбелә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. Унда белем биреү, мәҙәниәт проекттары тормошҡа ашырыла, фестивалдәр, оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола. Үҙәк ҡарамағында “Етегән” бейеү һәм “Ынйылар” йыр ансамблдәре эшләй. “Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” программаһына ярашлы, халыҡ хореографияһы, вокал милли музыка ҡоралдарында уйнау, декоратив-ғәмәли сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Башҡортостан делегацияһы йыл да Силәбелә, Магнитогорскиҙа, Златоуста уҙғарылған һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Мәҙәни хеҙмәттәшлек төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға, милли йолаларҙы һаҡлауға булышлыҡ итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Тамырҙаш. Рухташ. Партнер
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас