Өфө – Аэропорт юлынан барғанда ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә, сөнки ошо трассаны йыш йүнәтәләр – унда йә соҡорҙар барлыҡҡа килә, йә тәгәрмәс колеялары тәрәнәйә башлай... Ә бит уны республиканың төп юлы тип тә иҫәпләйҙәр, ситтән килгән ҡунаҡтар, аэропортта төшкәс, иң тәүҙә ошо юл буйлап үтә.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, был трассаны 2026 йылдың йәйге эштәре планына ла индергәндәр. Баш ҡаланан Өфөнөң һауа ҡапҡаһына табан барған йүнәлештә дүрт юл һыҙаты ла ҡабаттан һалынасаҡ.
Ҡала хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, Өфө – Аэропорт юлы транспорт ағымы буйынса иң тығыҙҙарының береһе: бында тәүлегенә 168 мең автомобиль үтә. Был иһә баш ҡаланың бөтә автомобиль трафигының 58 проценты тигән һүҙ. Тап шуға күрә лә, даими ремонт эшләп тороуға ҡарамаҫтан, унда күпмелер ваҡыттан һуң тәрән колея барлыҡҡа килеүе ғәжәп түгел. Ҡалаға көньяҡтан инеү юлын бушатыу буйынса саралар күреүгә ҡарамаҫтан, был юлдағы машиналар ағымы ла һис кәмемәй.
– Улай ғына түгел, ағым йыл һайын арта ла бара. Ҡыш шиплы тәгәрмәстәр ҡулланылыуы һәм ауыр транспорт йөрөүе арҡаһында асфальт тиҙ туҙа, – тиҙәр ҡала хакимиәтендә. – Ошондай көсөргәнешлек кимәле булғанда нормативтар юл япмаһын ике йыл һайын яңыртып тороуҙы талап итә.
Был трассаны былтыр ҙа ремонтланылар. Быға юлдағы колея тәрәнәйә башлауы сәбәп булды һәм ҡалаға ингән йүнәлештә уның “Өфө” тип яҙылған стеланан алып “Дачник” кибетенә тиклем булған өлөшөндә асфальт япмаһын яңыртырға тура килде. Ә 2021 йылда трассаның ошо стеланан алып Салват Юлаев проспектына тиклемге өлөшөн тулыһынса ремонтлағайнылар. Ә 2015 йылда баш ҡалабыҙҙа үткән БРИКС саммиты алдынан был юлда ике йүнәлештә лә ҙур ремонт башҡарылғайны.
Ә был юлға бетон түшәгәндә нисек булыр?
Кемдәрҙер ошо ысулды ҡулланырға тәҡдим итә. “Бетон асфальтҡа ҡарағанда нығыраҡ һәм улай йыш ремонтларға тура килмәйәсәк”, тиҙәр. Юл эксперты Рөстәм Шәйәхмәтов раҫлауынса, ҡайһы бер илдәрҙә ысынлап та юлға бетон түшәйҙәр, ләкин был асфальт йәйеүгә ҡарағанда байтаҡҡа ҡиммәтерәккә төшә. Етмәһә, бетон юлдағы хәрәкәт бик уңайлы түгел, сөнки бетон плитәләр тоташҡан урындарҙағы ярыҡтар арҡаһында “һикертмәк” барлыҡҡа килтерә. Шул сәбәпле ғәҙәти асфальт юл автомобилдәр хәрәкәт өсөн хәүефһеҙерәк.
Любовь МИНАКОВА,
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:
– Ошо юлдағы автомоибль тығындарын кәметеү өсөн киләсәктә Ағиҙел аша тағы бер күпер төҙөү кәрәк, тип күҙаллайбыҙ. Ҡаланың көньяҡ күпере аша үткән автомобилдәрҙең 50 проценты Дим биҫтәһенән килеүен иҫәпкә алып, был күпер Димде Өфө ярымутрауы менән тоташтырырға һәм Пушкин урамына сығырға тейеш буласаҡ.
Быйылға юлдарҙы йүнәтеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыу планлаштырылған. Улар араһында Борай һәм Дүртөйлө райондарында Танып йылғаһы аша кисеүҙе, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының Ишембай районындағы Һикәҙе йылғаһы аша күперҙе атарға мөмкин. Бынан тыш, Дәүләкән – Толбазы юылында Дим аша күперҙе капиталь ремонтлау планлаштырылған. Был эштәрҙе тамамлағандан һуң ошо юлдарҙағы хәрәкәт хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ.
Автор фотоһы.