Иҡтисад
10 Март , 07:30

Бензинға хаҡ артҡан

Уҙған ял һәм байрам көндәрендә “Башнефть” компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡ күтәрелде.

Бензинға хаҡ артҡанБензинға хаҡ артҡан
Бензинға хаҡ артҡан

Уҙған ял һәм байрам көндәрендә “Башнефть” компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡ күтәрелде.

Уртаса алғанда, бөтә марка яғыулыҡ хаҡы 30-ар тингә артты.  Шулай итеп, АИ-92 маркалы бензиндың литры хәҙер 60 һум 55 тин, АИ-92 ATUM – 61 һум 90 тин, АИ-95 – 64 һум 55 тин. АИ-95 ATUM – 65 һум 80 тин,  АИ-100  86 һум 65 тин тора. Дизель яғыулығы элеккесә ҡалған  – 74 һум 60 тин.

“Russiabase.ru” сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Лукойл” компанияһы станцияларында ла хаҡтар артҡан: АИ-92 –  60 һум 55 тин, АИ-92 ATUM — 61 һум 90 тин, АИ-95 — 64 һум 55 тин; АИ-95 ATUM — 65 һум 80 тин, АИ-100 — 86 һум 65 тин тора. Дизель яғыулығы ике тингә кәмегән һәм литры  – 74 һум 60 тин.

Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында быға саҡлы хаҡтар 4 февралдә күтәрелгәйне.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас