Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март , 17:35

Сәсеү 32 миллиард һумға төшәсәк

Илшат Фәзрахманов матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Сәсеү 32 миллиард һумға төшәсәк
Сәсеү 32 миллиард һумға төшәсәк

17 – 20 мартта “Агрокомплекс” агросәнәғәт  форумы һәм 36-сы халыҡ-ара күргәҙмә була. Ошо уңайҙан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн журналистар өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.

Аграр ведомство етәксеһе әйтеүенсә, сарала 37 төбәктән, шулай уҡ ҡытайҙан, Белоруссиянан 360 компания экспозицияларын тәҡдим итәсәк. Йылдағыса, майҙанға заманса ауыл хужалығы техникалары ҡуйыласаҡ, “Фермер ауылы”нда урындағы таҙа аҙыҡ-түлекте алыу мөмкинлеге булдырыласаҡ.

Техника һатып алыуға килгәндә, Илшат Илдус улы әйтеүенсә, республикала был маҡсатҡа ай һайын бер миллиард һум самаһы йүнәлтелә.  “Ҡыйбат, әммә машина паркын яңыртырға кәрәк, – тине министр. – Бер нисә йыл элек кенә ауыл хужалығы техникаһы 8-9 миллион һум тора ине, хәҙер хаҡ 15-20 миллион һумғаса күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта орлоҡ элек 15 мең һум булһа, әле 8 меңгәсә төштө. Бындай хәлдә иҡтисадты тотороҡло тотоу ауыр, барыһы ла продукцияның үҙҡиммәтенә һалына.

Матбуғат конференцияһында хәбәр ителеүенсә, быйылғы сәсеү республикаға 32 миллиард һумға төшәсәк.

– Аграрийҙарҙың яңы техника алыуы төбәгебеҙҙә ауылдарҙы үҫтереү мөмкинлегенең юғарылығын күрһәтә. Беҙ предприятиелар етәкселәренә шуны еткерергә тырышабыҙ – инвестицияны киләсәкле проекттарға һалырға кәрәк, – тигән фекерҙә ведомство башлығы.

Уның фаразлауынса, республикала сәсеү апрелдең 20-ләрендә башланыуы ихтимал. Орлоҡтарҙың төп төрҙәре, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары, техника етерлек.

– Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан өсөн быйыл ғинуарҙа ташламалы инвестиция һәм ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар биреү эшен башланы, был ярҙам – сәсеү, ураҡ кампанияларын финанслауҙың төп механизмы, – тине Илшат Фәзрахманов.

Фотолар: Илдар Әхиәров һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Сәсеү 32 миллиард һумға төшәсәк
Сәсеү 32 миллиард һумға төшәсәк
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас