Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март , 16:30

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәжрибә уртаҡлаша

36-сы “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы эш башланы.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәжрибә уртаҡлаша
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәжрибә уртаҡлаша

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Өфө Экспо” күргәҙмәләр комплексында 36-сы “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы эш башланы. Билдәле булыуынса, ул – илдең ауыл хужалығы тармағындағы иң күләмле сараларҙың береһе. Форум аграр өлкәнең һөнәри берләшмәләрен, бизнесты, фәнде берләштерә.

Сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Оксана Лут сәләмләү һүҙҙәрен ебәрҙе. Үҙ мөрәжәғәтендә ул Башҡортостандың ил агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индереүен, төрлө йүнәлештәр, шул иҫәптән умартасылыҡ, орлоҡ, шәкәр сөгөлдөрө, майлы культуралар етештереүҙә лидер булыуын билдәләгән, әлеге форумдың тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡтың үҫеш нөктәләрен эҙләү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнеренә ышаныс белдергән.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәк агросәнәғәт комплексының, аҙыҡ-түлек етештереү йәһәтенән бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итеп, илдә тәүге унау иҫәбенә инеүен билдәләне.

– Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, ауыл хужалығы сеймалы етештереү – ете, аҙыҡ-түлек сәнәғәте 15-17 процентҡа артты. Инвестиция портфеле иһә 100 миллиард һумдан ашты. Быйыл 16 инвестиция проектын тамамлау һәм тағы ла 17-не башлау планлаштырыла, – тине сығышында Илшат Илдус улы.

“Росагролизинг” йәмғиәте генераль директоры, Берләштерелгән лизинг ассоциацияһы президенты Павел Косов билдәләүенсә, уларҙың Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеге 2002 йылдан алып барыла, инвестиция күп йәлеп ителә. 2018 йылда ауыл хужалығы техникаһы алыуға төбәк субсидияһы индереү машина-трактор паркын киң яңыртыу өсөн мөһим этәргес булып тора. “Башҡортостан бизнес менән төбәктең һөҙөмтәле бәйләнешенең яҡшы өлгөһөн күрһәтә”, – тине ул.

Быйылғы күргәҙмә айырыуса киң майҙанда үтә: ҡатнашыусы компаниялар һаны артты; 38 предприятие бында тәүге тапҡыр; экспозиция илдең 37 төбәге вәкилдәрен, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡытайҙан партнерҙарҙы берләштерҙе. Йылдағыса, “Өфө Экспо” майҙанына заманса ауыл хужалығы техникалары ҡуйылған, “Фермер ауылы”нда урындағы таҙа аҙыҡ-түлек һатыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас