

Өфөлә Октябрь Революцияһы урамындағы 63-сө һанлы боронғо йортто заманса йәмәғәт бинаһына әйләндерергә йыйыналар.
РБК-Өфө мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был йортта фудкорт асырға уйлайҙар. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы был тарихи бинаны үҙгәртеп ҡороу буйынса бизнес-план да әҙерләгән. Иҫләпләүҙәргә ярашлы, инвестиция сама менән 247 миллион һум тәшкил итәсәк. Был сығым ете йыл эсендә аҡланыр тип көтөлә.
Фудкорт – ул бер нисә предприятие бөтәһе өсөн дөйөм булған залда туҡланыу ойошторған зона (ресторан ихатаһы).
Фото: социаль селтәрҙән.