Иҡтисад
17 Март , 14:00

Кредитты аҙыраҡ ала башланылар

Февралдә Башҡортостанда банктар  40 мең кешегә ҡулланыу кредиты биргән. Был күрһәткес ғинуар менән сағыштырғанда ете процентҡа кәмегән, тиелә Милли кредит тарихтары бюроһы тикшеренеүендә.

Кредитты аҙыраҡ ала башланыларКредитты аҙыраҡ ала башланылар
Кредитты аҙыраҡ ала башланылар

Февралдә Башҡортостанда банктар  40 мең кешегә ҡулланыу кредиты биргән. Был күрһәткес ғинуар менән сағыштырғанда ете процентҡа кәмегән, тиелә Милли кредит тарихтары бюроһы тикшеренеүендә.

Республика был кредитлау сегментында төбәктәр араһында һигеҙенсе урынды биләй. Дөйөм алғанда, 2026 йылдың февралендә ил буйынса банктар 1,38 миллион кешегә кредит биргән. Был ғинуарға ҡарата 7,4 процентҡа аҙыраҡ. Тикшеренеү авторҙары билдәләүенсә, 2025 йыл башына ваҡлап һатыу кредиттарын биреүҙең иң юғары нөктәһе тура килә.  Быйыл февралдә ҡулланыусылар кредиты Белгород өлкәһендә – 10,6 процентҡа, Мәскәүҙә – 10,1 процентҡа һәм Түбәнге Новгород өлкәһендә 10 процентҡа кәмегән. Милли кредит тарихтары бюроһында был хәлде кредиттарға ихтыяждың “һыуыныуы” һәм ғариза биреүселәр сифатының насарайыуы менән аңлаталар. Был банктарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә  һәм кредит биреүҙе сикләргә мәжбүр итә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас