Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март , 13:00

Ҡеүәтле үҫешкә этәргес булһын

"Былтыр беҙ тәү тапҡыр юғары тормош сифаты юғары булған төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә индек, 2021 йылда ни бары 40-сы урында инек. Был һандар артында – бөтә идара итеү командаһының киң ҡоласлы һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлеге".

Ҡеүәтле үҫешкә этәргес булһын
Ҡеүәтле үҫешкә этәргес булһын

 

Етәкселеләргә халыҡтың өмөтөн аҡлау, яҡшы баһа алыуға ирешеү анһат бирелмәй. Һөҙөмтәле эш барыһынан да элек уларҙан кешеләрҙең ихтыяжын аңлауҙы, өйрәнеүҙе талап итә.

Республика менән идара итеү үҙәгендә граждандарҙың тормош сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса үткән Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Совет ултырышында ошо мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Уның эшендә онлайн режимында Стратегик инициативалар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Олегович Карачин, республиканың министрлыҡ һәм ведомстволары, социаль сәйәсәт өлкәһендәге үҫтереү институттары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. 

Башҡортостандың Стратегик инициативалар агентлығы менән партнерлыҡ итеүе республика өсөн ҡеүәтле үҫеш этәргесе булды. Илдә беренсе булып республикала Агентлыҡтың алдынғы идеяларын индереүҙең һөҙөмтәле системаһы барлыҡҡа килде. Иң яҡшы тәҡдимдәр һәм ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра барып, республика 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Стратегик инициативалар агентлығының тормош сифаты рейтингында ҡырҡа боролош яһаны – Башҡортостан 40-сы позициянан туғыҙынсы урынға күтәрелде. Ултырышты  алып барыусы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов 2025 йылдағы эштәргә йомғаҡ яһап, быйылғы яуаплы бурыстарҙы билдәләне.

 Граждандарҙың тормош сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Совет эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәйешенә ҡағылған төп өлкәләрҙе үҙ эсенә ала – һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәшғүллек, социаль яҡлау, торлаҡ һәм инфраструктура, инклюзия, ҡулланыу, экология, дәүләт хеҙмәттәре һәм сервис, хәүефһеҙлек... Һәр йүнәлеш аныҡ министрлыҡҡа тәғәйенләнгән. Башҡортостан буйынса тормош сифаты рейтингы 2025 йылда республиканың ил төбәктәре араһында төп йүнәлештәр буйынса алдынғы булыуын күрһәтте. Рейтингтың алты йүнәлеше буйынса тәүге тиҫтәгә инеү – көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе. Халыҡты һаҡлау буйынса – һигеҙенсе, Эш һәм үҙмәшғүллек буйынса – туғыҙынсы, Төҙөкләндереү буйынса – һигеҙенсе, Спорт, мәҙәниәт һәм ял буйынса – һигеҙенсе, Сәләмәтлекте нығытыу һәм һаҡлау буйынса – туғыҙынсы, Социаль яҡлау буйынса бишенсе урынды яулай алдыҡ. 149 күрһәткестең 22-һе буйынса йәшеллек биләмәләре тәүге тиҫтәгә инде.

Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы ышаныслы үҫеш аҙымдарын баһаламау мөмкин түгел. Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Заманса кампустар селтәрен төҙөү” федераль проектына ярашлы ҡалҡып сыҡты. 2024 йылдың 1 февралендә кампус – IQ-паркының беренсе сираты тантаналы шарттарҙа асылды. 21 йүнәлеш буйынса эшләйәсәк 18 вуз-ара лабораториялар һәм үҙәктәр, шулай уҡ алты инновацион инфраструктура объекты йәштәргә ҡолас ташлап ижад итергә, эҙләнергә, профессия алырға ярҙам итәсәк. Улар менән студенттар яҡшы таныш: эшҡыуарҙар өсөн “Яңы бизнес биләмәһе”, “Стартап-студия”, “Муха” студияһы, “Точка кипения”, “Берлога” киберфизика платформаһы.

Былтыр кампустың икенсе сиратының беренсе этабы– “Геном үҙәге” асылды. Унда эшләгән Интеллектуаль геномика үҙәге, балалар инновациялар лабораторияһы, робототехника һәм биоинформатика лабораториялары, “Школа 21. Башҡортостан” алдағы ҙур эштәргә һәм ҡаҙаныштарға юл ярыр тип күҙаллана. Тәүге уңышлы аҙымдар ҙа бар. Өфөләге “Школа 21” проектының үҙенсәлеге – Геном үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләүендә. Геном үҙәге өсөн республика ярҙамында махсус рәүештә биоинформатика буйынса белем биреү программаһы булдырылыуы һәләтле белгестәр әҙерләүгә, биологик белемдәрен заманса иҫәпләү ысулдары менән ҡушып, биомедициналағы ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлдерә ала. Конкурс аша һайлап алыуҙы үткән 309 йәш кеше бөгөн тап шунда белем ала.

Игорь Карачин әйтеүенсә, рейтингтарҙың һәр береһе беҙҙең тормошобоҙҙо баһалаусы, йәмғиәт торошон, кәйефен һиҙемләүсе барометр менән бер. Ул республиканың идара итеү эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм күп аспекттарҙа пионер булып сығыш яһауын, ә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”, “Кескәй принцессалар балы” кеүек проекттарҙың Рәсәйҙә киң таралыу тәжрибәһен билдәләне. Республикала байтаҡ компанияларҙың милли инклюзив килешеүҙәргә ҡушылыуы, реабилитация һәм абилитация моделле программаларының эш башлауы, балалы ғаиләләргә, ауырлы ҡатындарға, демография мәсьәләләренә иғтибарҙың арттырылыуы милли рейтингты үҫтереүгә, эш һөҙөмтәлелегенә ышанысты көсәйтә. Ауыл һәм ҡалаларҙа заманса йәмәғәтселек биләмәләрен булдырыу, медицина хеҙмәтләндереүен һәм табиптарҙың эш шарттарын яҡшыртыу, Өфөлә “Салют” реабилитация комплексын асыу халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы. Игорь Карачин республиканың идара итеүсе командаһының социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа системалы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә алдынғы позицияға сығыуын, күп күрһәткестәрҙе яҡшыртыуын һәм эш тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашыуын билдәләне.

Яҡшы баһа алыуға ирешеү, халыҡтың өмөтөн аҡлау анһат түгел, һөҙөмтәле эш барыһынан да элек кешеләрҙең ихтыяжын аңлауҙы, өйрәнеүҙе талап итә. Киң ҡоласлы тикшереүҙәр һөҙөмтәһе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

“Рейтинг үткәреү ысулдары төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән һорау алыуға ҡоролған, шулай уҡ статистик һәм геоаналитик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән. Тормоштоң төп өлкәләрен биләгән 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына. Матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, хәүефһеҙлек, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа күп өлкәләр.

Былтыр беҙ тәү тапҡыр юғары тормош сифаты юғары булған төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә индек, 2021 йылда ни бары 40-сы урында инек. Был һандар артында – бөтә идара итеү командаһының киң ҡоласлы һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлеге. Әлбиттә, беҙ артабан да республикабыҙҙа йәшәгән кешеләргә йәшәргә, эшләргә, уҡырға һәм балалар үҫтерергә уңайлы булһын өсөн көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”.

 Ынйы Әхмәҙуллина, Башҡортостан Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе:

“Бөгөн беҙҙе һөйөндөргән һандар артында күпме кешенең хеҙмәте ятҡанын, күпме тырышлыҡ һалынғанын яҡшы аңлайым. Был һандар халыҡтың тормош сифатына, етәкселеккә мөнәсәбәтен дә белдерә. Ниндәй генә ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, кешеләр тормоштоң яҡшы яҡтарын күрә, эштәрҙе баһалай белә. Министрлыҡ һәм ведомстволар, муниципалитеттар бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа халыҡ менән аңлашып эште ойоштора, бурыстарын йөҙ процентҡа үтәй, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, республика кешеләренә лә, йәмәғәтселәргә лә, етәкселәргә лә ең һыҙғанып эшләйһе лә әле эшләйһе”.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡеүәтле үҫешкә этәргес булһын
Ҡеүәтле үҫешкә этәргес булһын
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас