Өфөлә 36-сы “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы эш башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Сара барышында социаль селтәрҙәрҙә һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында агросәнәғәт темаһына арналған иң яҡшы яҙмаларға һәм материалдарға “Комплекста агро” тип аталған республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Бәйгенең “Башҡортостандыҡы – тәмле һәм файҙалы” номинацияһында “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире Дилбәр Ишморатова III урынға лайыҡ булды.
Дилбәр Тәлғәт ҡыҙы – республикабыҙҙың төп милли баҫмаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән егәрле журналистарҙың береһе. Уны матур еңеүе менән ҡотлап, артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan