Рәсәй Хөкүмәте Сибайҙы монопрофилле муниципаль берәмектәр — моноҡалалар исемлегенә индерҙе. Тейешле бойороҡҡа Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда моноҡалалар һаны етегә етте. Исемлеккә шулай уҡ Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Учалы һәм Нефтекама инә.
Моноҡала тип бер генә “тотоп тороусы” предприятиеһы булған ҡалалар атала. Төп предприятиела мәшғүлдәрҙең өлөшө кәмеһә, ҡала исемлектән сығарыла.
Рәсәй Иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының анализ һәм төбәк диагностикаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Дмитрий Землянский билдәләүенсә, моноҡалалар исемлеген системалы яңыртыу 2014 йылда үткәрелгән, был ваҡыт эсендә тармаҡ һәм территориаль структуралар ныҡ үҙгәргән.
"Исемлектәге үҙгәрештәрҙе глобаль тип атап булмай. Моноҡалаларҙың күпселеге үҙ статусын һаҡлап ҡала. Һуңғы йылдарҙа хатта бәләкәй күләмдә булһа ла иғтибар әкренләп бәләкәй моноҡалаларға ярҙам итеү файҙаһына күсә”, – ти ул.
Фото: социаль селтәрҙән.