Илдәге, донъялағы төрлө хәлдәргә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы иҡтисадтың йылдам үҫешкән тармаҡтарының береһе булып ҡала. Быны 36-сы “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы ныҡлы раҫланы. Рәсәйҙең 37 төбәгенән 350-нән ашыу компания вәкилдәрен, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡытайҙан партнерҙарҙы бергә туплаған ҙур сара республикабыҙҙа аграр өлкәнең ҡеүәтен күрһәтте, уңыштарҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе барлау мөмкинлеген бирҙе.
Агросәнәғәткә инвестициялар арта
Уҙған йыл һөҙөмтәләренә килгәндә, республикала ауыл хужалығы тармағына инвестициялар 20 процентҡа артҡан. Әле агросәнәғәт комплексында ошо йүнәлештәге 71 өҫтөнлөклө проект тормошҡа ашырыла, уларҙың дөйөм суммаһы – 110 миллиард һум самаһы.
“Агрокомплекс-2026” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында ойошторолған “Агросәнәғәт комплексына инвестициялар: үткән, бөгөнгө һәм киләсәк” пленар ултырышында билдәләнеүенсә, һуңғы биш йылды ғына алып ҡарағанда, өлкәгә биш триллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Агросәнәғәттә алты миллиондан күберәк кеше эшләй. Ауыл хужалығынан һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙән алынған дөйөм табыш күләме – 10 триллион һумдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта заман шарттары яңы инвестиция ҡарарҙарын талап итә. “Беҙ туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында. Яңы компетенциялар, баҙарҙар кәрәк. Заманса алымдарға ынтылыу менән бер рәттән, ватан ауыл хужалығының иң яҡшы хеҙмәт ысулдарын һаҡларға ынтылабыҙ”, – тине пленар ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Йыдағыса, агросәнәғәт форумы тармаҡҡа инвестиция йәлеп итеү буйынса төп эксперт майҙансығы булыуын раҫланы. Фекер алышыуҙа һәр өлкә белгестәре заман шарттарында көстәрҙе берләштереү, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөһимлеген билдәләне.
Уңыш – йүнсел етәксенән
Агросәнәғәт форумында өлгөлө инвесторҙарҙы бүләкләү тантанаһы ла булды. Республика иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн “Простор”, “Башҡорт ит компанияһы”, “Таврос” компаниялар төркөмдәре, “Красная Башкирия”, “Ашҡаҙар”, “Калинин һөт-тауар комплексы” ауыл хужалығы предприятиелары наградланды.
– Агрофорумға, йылдағыса, илдең ауыл хужалығы тармағындағы иң яҡшы белгестәр йыйылды. Ошондай тәжрибә уртаҡлашыу саралары беҙгә ныҡ кәрәк, – тип билдәләне “Башҡортостандың иң яҡшы агроинвесторы”, Мәләүез районының “Ашҡаҙар” предприятиеһы етәксеһе Илдус Хәлитов. – Бында техника, ашлама, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, мал аҙығы күргәҙмәләрен тәҡдим иткән компанияларҙың вәкилдәре менән аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма тулы яуап алдым. “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, секция ултырыштарында ҡатнашып, яңы мәғлүмәттәр алдым. Агрофорум – партнерҙар сафын киңәйтеү өсөн дә шәп мөмкинлек.
Сараның тәүге көнөндә “Ашҡаҙар” предприятиеһында мал һуйыу комплексы асылды. Был инвестиция проекты икенсеһенә – ит продукцияһы эшкәртеү цехы төҙөүгә башланғыс һалды. “Уның өсөн 350 миллион һумға тиклем аҡса кәрәк. Был сығым аныҡ үҫешкә йүнәлтелә: урында үҙебеҙҙең ит продукцияларын етештерәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Илдус Хәлитов.
“Һөтлө төбәк” тигән данды арттырып
Алда әйтелгәнсә, “Башҡортостандың иң яҡшы агроинвесторы” наградаһына лайыҡ булғандар араһында “Калинин һөт-тауар комплексы” ла бар. Был компаниялар төркөмө Стәрлетамаҡ районында 6,2 миллиард һумдан ашыулыҡ заманса һөт комплексы төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Ферма 3,5 мең баш һауын һыйыры тотоуға һәм йылына 40 мең тоннаға тиклем һөт етештереүгә иҫәпләнгән. Эштә заманса инженер ысулдары, яһалма интеллект технологиялары ҡулланыла. Комплекс былтыр сафҡа индерелгән, киләһе йылда тулыһынса файҙаланыла башлар тип планлаштырыла.
Дыуан районының Һикияҙ ауылында ла һөт-тауар фермаһы төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. “Простор” компаниялар төркөмө был эшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған. Быйыл ғинуарҙа тәүге этабы тамамланды. Йыл дауамында тулыһынса сафҡа индереләсәк.
Дөйөм алғанда, төбәктең аграр иҡтисадында малсылыҡ төп тармаҡтарҙың береһе булып ҡала. Былтыр республикала 1,57 миллион тонна һөт, 437,6 мең тонна ит һәм 955 миллион самаһы йомортҡа етештерелгән. Тармаҡ үҫешенә яңы инвестиция проекттары һәм фермаларҙы яңыртыу ҙур этәргес бирә.
Техниканы яңыртыу буйынса лидербыҙ
Былтыр ауыл хужалығы етештереүселәре 13,8 миллиард һумға 2,2 мең берәмектән ашыу заманса техника алған. Башҡортостан был йәһәттән ташламалы лизинг программаларын ҡулланыу буйынса тәүгеләр рәтендә.
Агросәнәғәт форумында “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Павел Косов билдәләүенсә, улар аграрийҙарға ярҙамдың һөҙөмтәле алымдарын даими үҙләштерә. Лизингтан сервис моделдәренә тиклем эште киңәйтеп, Башҡортостанда техника һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү буйынса махсус компания булдырасаҡтар. Тармаҡҡа кәрәк-яраҡ ташыуҙы апрелдә башлау планлаштырылған.
Ғөмүмән, “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте менән 2002 йылдан бирле хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында, республикаға 5,5 меңдән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал алынған. Уларҙың дөйөм суммаһы – 22 миллиард һумдан ашыу. Даими яңыртыу эше аграр секторҙың тотороҡло үҫешен тәьмин итә.
-----------------
Милли ризыҡтарыбыҙға иғтибар республиканың лидерлығын көсәйтә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә тауар балының һигеҙ проценттан ашыуы Башҡортостанда етештерелә. Һөҙөмтәлә был күрһәткес буйынса илдә икенсе урындабыҙ. Республика ҡымыҙ етештереү йәһәтенән дә лидер. Йылҡы малы һаны буйынса илдә икенсе урынды биләй.
Агросәнәғәт форумында “Татлы бал” конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Башҡортостандың ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Бәйтуллин әйтеүенсә, конкурста 109 ҡортсо балдың 279 төрөн күрһәткән. “36-сы тапҡыр уҙғарылған “АгроКомплекс” – ауыл хужалығы тармағында уникаль ваҡиға. Ул хәҙер тотош донъяла танылыу яулай бара. Беҙҙең ҡортсолар өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу, яңы белем алыу, кәңәш ҡороу, партнерҙар, инвесторҙар табыу урыны”, – тигән фекерҙә Ревнер Рәфит улы.
------------------------
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортлау өс процентҡа артҡан. Беҙҙең ауыл хужалығы технологиялары һәм тәжрибә өлгөләре халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем күрһәтелә. Шул иҫәптән – Үзбәкстанда. Уларҙа беҙҙең белгестәрҙең төрлө орлоҡтарҙы ҡушып сәсеү тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
----------------------------
Һауа торошоноң ыңғай булмауына ҡарамаҫтан, былтыр республикала үҫемлекселек продукциялары етештереү 14,2 процентҡа артты. Аграрийҙар 3,6 миллион тонна ашлыҡ, бер миллион тоннанан ашыу майлы культура, ике миллион тоннанан күберәк шәкәр сөгөлдөрө йыйып алды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan