Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март , 13:00

Үҙмәшғүлдәр нимә менән мәшғүл?

Март башына Башҡортостанда 355,8 мең кеше үҙмәшғүл булып теркәлгән

Үҙмәшғүлдәр нимә менән мәшғүл?
Үҙмәшғүлдәр нимә менән мәшғүл?

Март башына Башҡортостанда 355,8 мең кеше үҙмәшғүл булып теркәлгән. Уларҙың 332,4 меңе — физик шәхес, 23,4 меңе шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән. Бер йылда төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны 27,5 процентҡа артҡан, 2025 йылдың март башында төбәктә ошондай статустағы 278,9 мең һалым түләүсе бар ине. Волга буйы федераль округында үҙмәшғүлдәр һаны, ике айҙа 3,2 процентҡа артып, 2,7 миллион кешегә етте.  

 Волга буйы федераль округында үҙмәшғүлдәр һаны буйынса иң ҙур үҫеште Мари Илендә (33 процентҡа артҡан), Киров өлкәһендә (+30,8 процент) һәм Мордовияла (+29,9 процент) теркәгәндәр.  

 Республикала үҙмәшғүлдәр башҡарған төп эшмәкәрлек төрҙәре: автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү, косметика өлкәһендәге хеҙмәттәр, мәғлүмәт хеҙмәттәре, төҙөлөш һәм йорт ремонтлау,  IT-хеҙмәттәр.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас