Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март , 20:45

Банкоматтар кәмей

Башҡортостанда, уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы, банкоматтар һаны 5,9 процентҡа кәмегән. 2026 йыл башына төбәктә 3 239 ошондай ҡоролма иҫәпләнгән, бер йыл элек улар 3 443 ине.

Банкоматтар кәмей
Банкоматтар кәмей

Башҡортостанда, уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы, банкоматтар һаны 5,9 процентҡа кәмегән. 2026 йыл башына төбәктә 3 239 ошондай ҡоролма иҫәпләнгән, бер йыл элек улар 3 443 ине. Дөйөм алғанда, 2025 йылда илдә банкоматтар һаны 5 864 ҡоролмаға, йәғни дүрт процентҡа кәмей. РБК мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә банкоматтар һанының кәмеү тенденцияһы 10 йыл самаһы күҙәтелә. 2014 йылда уларҙың максималь һаны 222 800 ҡоролма итеп теркәлгән.

Банкоматтар селтәрен ҡыҫҡартыу 2015 йылда башланды.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас