Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март , 15:15

Ете йылда инвестициялар 76 процентҡа үҫкән

Күрһәткестәр – илдә алдынғылар рәтендә. 

Ете йылда инвестициялар 76 процентҡа үҫкән
Ете йылда инвестициялар 76 процентҡа үҫкән

2025 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың төп капиталына инвестициялар күләме 853 миллиард һум тәшкил итә, 2024 йыл кимәленә ҡарата 1,7 процент үҫеш күҙәтелә. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

– Рәсәй буйынса инвестиция әүҙемлеге 2,3 процентҡа кәмегән. Ил субъекттарының яртыһынан кәмерәге инвестицияларҙың ыңғай динамикаһын күрһәтте. Волга буйы федераль округында ла шундай уҡ күренеш. Республика үҙенең инвестиция күрһәткестәрен яҡшыртҡан алты төбәк иҫәбенә инде. Дөйөм алғанда округ буйынса 1,8 процентҡа кәмеү күҙәтелә, — тине беренсе вице-премьер.

Республикала шәхси инвестициялар биш процентҡа тиерлек артҡан, был динамика бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә капитал һалыуҙарҙың артыуына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк.

– Беҙ республиканың иҡтисади үҫеш ретроспективаһын анализланыҡ. Һәм бында шуны билдәләү мөһим: Башҡортостан статистик күҙәтеү тарихында тәүге тапҡыр инвестицияларҙың ете йыллыҡ өҙлөкһөҙ үҫеүен тәьмин итте, трендтың оҙайлығы һәм йыллыҡ күләмдәре буйынса тарихи максимумға сыҡты. Ете йыл эсендә инвестициялар үҫеше темптары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында 12-се урында, – тине Рөстәм Моратов.

Һуңғы ете йылда Башҡортостанда инвестициялар күләме 76,6 процентҡа артҡан, тотош ил һәм Волга буйы федераль округында капитал һалыуҙарҙың артыуын ике тапҡырға уҙып киткән. Был республика иҡтисадында сифатлы үҙгәрештәрҙең нигеҙе булып тора. Абсолют һандарҙа инвестициялар өс тапҡырға тиерлек артҡан. Республика иҡтисадына һалынған аҡсаның дөйөм күләме ете йыл эсендә дүрт триллион һумға яҡынлашҡан.

– Әгәр 2019 йылда тулайым төбәк продуктында инвестициялар өлөшө 18,3 процент тәшкил итһә, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ - 26 процентҡа, ә 2025 йылда 29 процентҡа сыҡтыҡ.

Был республика иҡтисадының инвестицияға нығыраҡ йүнәлтелгән булыуын аңлата: тулайым төбәк продуктының һәр өсөнсө һумы киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен үҫтереүгә һәм булдырыуға эшләй, — тине вице-премьер.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас