Иҡтисад
24 Март , 13:25

Инвестиция йәлеп итеүҙә өҫтөнлөктәребеҙ ҙур

Республикала инвестициялар үҫеше ошо хаҡта һөйләй. 

Инвестиция йәлеп итеүҙә өҫтөнлөктәребеҙ ҙурИнвестиция йәлеп итеүҙә өҫтөнлөктәребеҙ ҙур
Инвестиция йәлеп итеүҙә өҫтөнлөктәребеҙ ҙур

Хөкүмәттә яҡшы хәбәр әйттеләр: 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың төп капиталына инвестициялар күләме 853 миллиард һум тәшкил иткән, 2024 йыл кимәленә ҡарата 1,7 процент үҫеш күҙәтелә.

Рәсәй буйынса инвестиция әүҙемлеге 2,3 процентҡа кәмегән саҡта, был, әлбиттә, бик яҡшы күрһәткес. Ил субъекттарының яртыһынан кәмерәге инвестицияларҙың ыңғай динамикаһын күрһәткән. Волга буйы федераль округында ла шундай уҡ күренеш. Республика үҙенең инвестиция күрһәткестәрен яҡшыртҡан алты төбәк иҫәбенә инде.

Республикала шәхси инвестициялар биш процентҡа тиерлек артып, 760,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был динамика бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә капитал һалыуҙарҙың артыуына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк.

Һуңғы ете йылда Башҡортостанда инвестициялар күләме 76,6 процентҡа артҡан, тотош ил һәм Волга буйы федераль округында капитал һалыуҙарҙың артыуын ике тапҡырға уҙып киткән. Был республика иҡтисадында сифатлы үҙгәрештәрҙең нигеҙе булып тора. Абсолют һандарҙа инвестициялар өс тапҡырға тиерлек артҡан. Республика иҡтисадына һалынған аҡсаның дөйөм күләме ете йыл эсендә дүрт триллион һумға яҡынлашҡан.

– Беҙ республиканың иҡтисади үҫеш ретроспективаһын анализланыҡ. Һәм бында шуны билдәләү мөһим: Башҡортостан статистик күҙәтеү тарихында тәүге тапҡыр инвестицияларҙың ете йыллыҡ өҙлөкһөҙ үҫеүен тәьмин итте, трендтың оҙайлығы һәм йыллыҡ күләмдәре буйынса тарихи максимумға сыҡты. Ете йыл эсендә инвестициялар үҫеше темптары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй Федерацияһында 12-се урында, – тине беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Республика инвестиция иҡтисады масштабы буйынса ла позицияларын нығыта. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә 13-сө урынға күтәрелгән, Волга буйы федераль округында икенсе урынды һаҡлап ҡалдған, ә тулайым төбәк продуктына инвестициялар өлөшө 2025 йылғы баһа буйынса 29 процентҡа еткән.

2026 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостандың инвестиция портфелендә 1,3 триллион һумға 2358 проект иҫәпләнә. Бер йылда ул 191 проектҡа һәм 61 миллиард һумға артҡан. Был яңы инвестициялар базаһының тотороҡло киңәйеүен күрһәтә.

Был күрһәткестәргә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки республикала инвесторҙарҙы оҙатыуҙың системалы инфраструктураһы төҙөлгән. 2018 йылдың октябренән бөтәһе 189 “Инвестиция сәғәте” үткәрелгән, уларҙа 1,38 триллион һумлыҡ инвестициялар күләме менән 789 проект ҡаралған. Былтыр ғына ла Инвестиция комитетының 24 ултырышы үткәрелгән, уларҙа инвестицияларҙың дөйөм күләме 127 миллиард һумдан ашыу булған 89 инвестиция проекты тикшерелгән.

Ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге алға китеште айырыуса билдәләргә кәрәк. 2025 йылда Башҡортостан Башлығының 53 тейешле бойороғо ҡабул ителгән, был уҙған йылдан 1,6 тапҡырға күберәк (2024 йылда – БР Башлығының 32 бойороғо). Программаға ярашлы бөтәһе 106 өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары биреү тураһында бойороҡтар ҡабул ителгән.

Башҡортостан инвестиция мөхитенең сифаты менән дә үҙенең лидерлығын раҫлай. Мәҫәлән, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы сәнәғәт-производство тибындағы махсус иҡтисади зоналарҙың милли рейтингында өсөнмө урынды биләй. Республика ике йыл рәттән Инвестиция мөхите рейтингында өс лидер иҫәбенә инә, ә 2025 йылда инвесторҙың “клиент юлы” 11 өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса уртаса 33 процентҡа ҡыҫҡартылған.

“Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластерын урынлаштырыу планлаштырыла. Ошо маҡсатта иҡтисади зона яңы ер участкаларына (220 гектар) киңәйтелә, тейешле ғариза федераль үҙәккә ебәрелгән дә инде.

Әүҙем форматта эшҡыуарҙар өсөн инвестиция тәҡдимдәре төҙөлә. Рәсәйҙең Инвестиция порталында һәм Инвестиция картаһында ошондай 30 инвестор өсөн тулыһынса әҙер ҡарар урынлаштырылған, был республикаға яңы капитал йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостандың был тармаҡтағы уңыштарына ҡарата үҙ фекере менән иҡтисади фәндәр кандидаты, Башҡортостан Башлығы янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү буйынса академияның иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире Земфира Сабирова уртаҡлашты.

– Дөйөм Рәсәй динамикаһы фонында Башҡортостанда инвестиция һалыуҙары күләменең үҫеше (+1,7  процент) төбәктә инвестиция процесының тотороҡлолоғон күрһәтә. Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән тәүге алтау иҫәбенә инеү республиканың капитал йәлеп итеүҙә конкурентлыҡ һәләтен күрһәтә. Башҡортостанда шәхси инвестицияларҙың йылдам үҫеше лә ыңғай сигнал булып тора. Был бизнестың республика иҡтисадына ышанысын һәм төбәктең эшҡыуарҙарға күрһәткән ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Ә шәхси капиталдың юғары өлөшө бюджетҡа йөкләмәне кәметеүгә булышлыҡ итә һәм баҙар инициативаһына ыңғай йоғонто яһай.

Һуңғы ете йылда инвестициялар һалыуҙың абсолют күләменең өс тапҡырға артыуы республика Хөкүмәтенең инвестиция ҡеүәтен арттырыу буйынса системалы эшен күрһәтә. Тулайым төбәк продуктына инвестициялар өлөшө яңы етештереү ҡеүәттәрен модернизациялауға һәм булдырыуға стратегик иғтибар биреүҙе раҫлай, – ти ул.

Эксперт фекеренсә, төбәктең иң мөһим иҡтисади ҡаҙаныштарының береһе булып инвестицияларҙы арттырыуҙа дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға өҫтөнлөк тора. Волга буйы федераль округында лидерлыҡ грамоталы төбәк сәйәсәте һәм федераль округ сиктәрендә инвесторҙар өсөн йәлеп итеүсәнлек тураһында һөйләй.

– Рәсәйҙә инвестиция иҡтисады масштабы буйынса 13 сө урын төбәктәр араһында инвестициялар өсөн юғары конкуренция шарттарында Башҡортостандың етди һөҙөмтәһе хаҡында һөйләй. Тулайым төбәк продуктына 29 процентлыҡ инвестициялар өлөшө инвестицияларҙың республиканың иҡтисади моделенә тәрән интеграцияланыуы тураһында һөйләй, был уның тотороҡлолоғон һәм үҫеш потенциалын арттыра. Ә инвестиция портфеленең тотороҡло үҫеше инвесторҙарҙың ышанысын һәм яңы инвестициялар өсөн базаны киңәйтеүҙе раҫлай. Инвестицияларҙың ҙур масштабы (күләме 1,3 триллион һум) төбәктә тәҡдим ителгән проекттарҙы оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу һәм диверсификациялау тураһында һөйләй.

Республикала инвесторҙар менән системалы эш алдан күҙаллана торған инвестиция мөхитен булдыра. Ә ер процедураларын ябайлаштырыу һәм логистик парктар өсөн һалым ташламалары инеү кәртәләрен кәметә һәм капитал һалыуҙы стимуллаштыра.

Төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген республиканың инвестиция мөхите милли рейтингында юғары позициялары раҫлай. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм әҙер ҡарарҙар инвесторҙар өсөн уңайлылыҡты арттыра, – тине ул.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас