Иҡтисад
26 Марта , 10:15

Ете йылда 3,9 триллион һум инвестиция йәлеп ителгән

Үҫеш нигеҙе – эшҡыуарҙарға ярҙамда.

Ете йылда 3,9 триллион һум инвестиция йәлеп ителгәнЕте йылда 3,9 триллион һум инвестиция йәлеп ителгән
Ете йылда 3,9 триллион һум инвестиция йәлеп ителгән

Һуңғы ете йылда Башҡортостанға дөйөм күләме 3,9 триллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Республикала был йәһәттән үҫеш, илдеке менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тиерлек йылдамыраҡ барған.

Төбәк етәкселеге инвестиция әүҙемлеген арттырыуҙың төп нигеҙен эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә күрә. Аныҡ һөҙөмтә ябай кешеләрҙең тормошонда асыҡ сағылыш таба. 

Дәүләт булышлығы – төп таяныс

Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһынан Ольга һәм Рөстәм Йомаевтар шәхси бизнестарын булдырыуҙа, үҫтереүҙә дәүләттең ҙур ярҙамын билдәләй. Улар 2013 йылдан алып ит етештереү, шулай уҡ ит ярымфабрикаттары әҙерләп һатыу менән шөғөлләнә. Шәхси предприятие бер аҙҙан “Таҙа аҙыҡ-түлек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә үҙгәртелә. Ғаиләнең инвестиция проекты 2019 йылда урындағы хакимиәттә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралып, хуплау таба. “Шул уҡ йылда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан “Бәләбәй” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә индерелдек. Был бизнесыбыҙҙы киңәйтеүгә аныҡ дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бирҙе”, – ти Йомаевтар.

2020 йылда йүнселдәргә “Бәләбәй районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһына ярашлы субсидия бүленә. Был ярҙам социаль эшҡыуарлыҡ субъекттарына планлаштырылған сығымдарҙы финанс йәһәттән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. 2021 йылда иһә аҙыҡ-түлек етештереү өсөн кәрәкле сеймал, материал алыуға киткән аҡсаның бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирелә. Ошондай даими булышлыҡ арҡаһында Йомаевтар үҙҙәре сығарған продукция төрҙәрен һиҙелерлек киңәткән, күләмен арттырған.

Әле “Таҙа аҙыҡ-түлек” йәмғиәтендә 50-нән ашыу изделие етештерелә. Шул иҫәптән ыҫланған ит деликатестары ла бар. Йүнселдәр билдәләүенсә, һатып алыусыларҙа экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә ихтыяж йылдан-йыл арта.

Йомаевтарҙың ойошмаһында әле һигеҙ кеше эшләй. Хужалар әйтеүенсә, бөгөн бизнес алып барыуҙа иң ауыр мәсьәлә – хеҙмәткәрҙәр етмәүе. Түләү яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, эшселәр табыу ҡыйын.

– Башҡа яҡтан иһә барыһы ла яҡшы. Дәүләттең даими ярҙамы – эштә төп таяныс, – ти Йомаевтар.

Инвесторҙарҙы нимә ылыҡтыра?

Эшҡыуарҙарға даими ярҙам һөҙөмтәһендә республикала шәхси инвестициялар дөйөм баҙарҙыҡына ҡарағанда күберәк. Былтыр, мәҫәлән, улар, 4,9 процентҡа артып, 760,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары буйынса инвестиция үҫешенән өс тапҡырға тиерлек юғары.

– Республика власының шәхси эшҡыуарлыҡҡа аныҡ дәүләт ярҙамы, уларға төрлө ташламалар ҡаралыуы беҙҙең төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыу көсөн арттыра, – ти эксперт, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан дәүләт аграр университетының ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире Зәриә Зәлилова. – Беҙҙә власть тотороҡло эш алып бара, төбәктең үҫеше өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана. Был үҙ сиратында Рәсәй һәм сит илдәр инвесторҙарының республикаға иғтибарын көсәйтә. Беҙҙә иҡтисадтың барлыҡ секторҙары үҫеш юлында. Башҡортостан үҙ алдына ҙур пландар ҡуя һәм уларҙы уңышлы тормошҡа ашырып килә. Ошоноң һөҙөмтәһендә былтыр республика йылдам инвестиция әүҙемлеген күрһәтеп, һайланған иҡтисад стратегияһының дөрөҫлөгөн раҫланы. Һуңғы ете йылда Рәсәйҙәге уртаса үҫеш тиҙлеген ике тапҡырға тиерлек үтте, тармаҡҡа 3,9 триллион һум йәлеп итеүгә өлгәште.

Зәриә Әлфир ҡыҙы билдәләүенсә, инвесторҙарҙы сәнәғәте үҫешкән, тәбиғәт ресурстарына бай, ҡеүәтле ҡулланыу баҙары булған төбәктәр ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан иһә тап шундайҙарҙан: беҙҙә яңы юлдар, логистика үҙәктәре, сәнәғәт парктары һәм технопарктар төҙөү туҡтауһыҙ бара, ә улар бизнес өсөн тәү сиратта кәрәк.

– Республиканың инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә 13-сө урынға сығып, Волга буйы федераль округында лидерлығын һаҡлауы, тулайым төбәк продуктында инвестициялар өлөшөнөң 29 процентҡа етеүе һ.б. – барыһы ла Башҡортостандың тотороҡло киләсәгенә юл һала, конкурентлыҡҡа һәләтлелеге артыуына дәлил. Дәүләт тарафынан бизнесҡа ныҡлы иғтибар, айырыуса шәхси эшҡыуарҙарға төрлө яҡлы ярҙам үҙ һөҙөмтәһен биреп, республиканың артабанғы иҡтисади үҫешен тәьмин итә, етештереү базаһын яңыртыуға этәргес бирә, – ти эксперт Зәриә Зәлилова.

-----------------

Башҡортостан былтыр инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә 13-сө урынға күтәрелеп, Волга буйы федераль округында икенсе урынды һаҡлап ҡалды. Тулайым төбәк продуктында инвестициялар өлөшө иһә 29 процентҡа етте. 

--------------

Республика иҡтисады инвестиция йүнәлешле була бара. Тулайым төбәк продуктының һәр өсөнсө һумы етештереү ҡеүәттәрен булдырыу һәм үҫтереүгә һалына.

Фотола: Ауырғазы районы эшҡыуары Елена Бикбаева.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас