

2026 йыл башына Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәре һаны 151 меңгә етте. Йыл аҙағына был һан ике процентҡа, йәғни 154 меңгә тиклем артырға тейеш, тип хәбәр итте БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллегияһы ултырышында.
«Уҙған йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәре һаны 6,4 процентҡа артҡан. Үҙмәшғүл граждандар араһында ла үҫеш тенденцияһы күҙәтелә, уларҙың һаны 30 проценттан ашыуға артҡан, йәғни 343,6 мең кеше тәшкил итә», — тине Рөстәм Моратов.
Республиканың бәләкәй һәм урта бизнесы 653 мең кешегә эш бирә. Был 2024 йыл аҙағына ҡарағанда 9,3 процентҡа күберәк. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәре һаны буйынса Волга буйы федераль округында — икенсе, Рәсәйҙә туғыҙынсы урынды биләй. 2025 йыл башына Башҡортостанда 141,8 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнгән. Бер йылда уларҙың һаны 9,1 меңгә арҡан.
Фото: социаль селтәрҙән.