

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 31-се ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең 2025 йылға эш һөҙөмтәләре менән тыныштырҙы. Дөйөм алғанда, депуттаттар республика Хөкүмәтенең эшен ыңғай баһаланы.
Ә йәмәғәт эшмәкәрҙәре был йәһәттән ниндәй фекерҙә булыуын белеү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар советы рәйесе, “Башнедра” фонды Президенты Рәсих Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Тышҡы һәм эске саҡырыуҙар, бюджет сығанаҡтары дефициты шарттарында Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт төбәкте артабан социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса системалы эш төҙөнө.
Беренсенән, был Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған милли үҫеш маҡсаттарын хәл итеүҙә федераль, республика дәүләт идаралығы органдары һәм урындағы үҙидара органдарының яҡшы хеҙмәттәшлек итеүе һөҙөмтәһе.
Икенсенән, иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам итеү, инвестициялар, яңы фәнни технологиялар һәм финанс инструменттарын йәлеп итеү. Республика милли рейтингта алдынғы позицияларын һаҡлап ҡалды. Яғыулыҡ-энергетика, химия һәм тау-металлургия комплексының эре компаниялары менән оҙайлы характерҙағы килешеүҙәр төҙөлгән, улар урындарҙа күп кенә экологик, инфраструктура һәм социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә.
Өсөнсөнән, урман, һыу, экология буйынса милли проекттарға ҡушылып, ресурстар өлкәһен үҫтереүҙә һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр бар. Дөрөҫ, минеңсә, Башҡортостандың Урал аръяғы өсөн тау-байыҡтырыу предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үткән йылдарҙағы экологик зыянды бөтөрөү буйынса махсус хөкүмәт программаһы талап ителә.
Дүртенсенән, иң мөһиме - бөтә йәмғиәтте махсус хәрби оперция һәм тышҡы хәүеф шарттарында туплау, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ролен көсәйтеү, шулай уҡ үҫеп килгән быуынға ярҙам итеү һәм патриотизм рухында тәрбиәләү.
***
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығышында 2025 йылда сәнәғәт өлкәһендәге төп ваҡиғаларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы билдәләне.
Сәнәғәт производствоһына ярҙамға 800 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 191 инновацион проектҡа ярҙамға федераль бюджеттан 723 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
Оборона һәләтен нығытыуға айырыуса иғтибар бүленә. Предприятиелар хәрби авиация өсөн авиация двигателдәре сығарыуҙы арттыра. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса профилле производство берекмәһендә сәнәғәт производствоһы индексы 7 проценттан ашыуға артҡан.
2025 йылдың төп ваҡиғалары:
🔹Башҡортостан кластерлы үҫеш кимәле буйынса ил субъекттарының I Милли рейтингында лидер булды.Республика предприятиелары 27 кластерҙа ҡатнаша.
🔹“Дронификация” буйынса иң яҡшы өс төбәк иҫәбенә индек: 9 меңдән ашыу пилотһыҙ аппарат һәм улар өсөн 1,5 миллионға яҡын электр двигателе булдырылды. Төбәк ғилми‑производство үҙәген йыһазландырыуға 1,3 миллиард һум йәлеп ителгән.
🔹“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе Рәсәй иҡтисади биләмәһенең IX милли инвестиция йәлеп итеүсәнлеге рейтингында өсөнсө урынды биләй.
🔹Инорста һәм Алаторкала подстанциялар сафҡа индерелә, Нуғайҙа һәм Ҡырмыҫҡалыла реконструкциялана. Электр селтәре инфраструктураһына инвестициялар күләме 9,5 миллиард һумдан ашып киткән.
🔹Газ-мотор инфраструктураһын үҫтереү кимәле буйынса илдә 1-се урынды биләйбеҙ. Былтыр беҙҙә автомобиль газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү буйынса 7 проектты хупланған.
Фото: Рәсих Хәмитовтың "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһенән.