Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Март , 18:25

Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – сәнәғәт

Төбәктә тулайым төбәк тауар күләмен 4 триллион һумға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – сәнәғәт
Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – сәнәғәт

Башҡортостан етәкселеге үҙ алдына тулайым төбәк тауар күләмен 4 триллион һумға еткереү бурысын ҡуя. Төбәк Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 31-се ултырышында 2025 йылдағы Хөкүмәт эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда белдерҙе.

– Дөйөм алғанда, стратегик бурыс – 2030 йылға иҡтисад күләмен 4 триллион һумға тиклем арттырыуҙы тәьмин итеү. Быйыл беҙгә 3,5 триллион һумлыҡ амбициоз һанға өлгәшергә кәрәк, – тип хәбәр итте Андрей Назаров.

Мәғлүм булыуынса, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса тулайым төбәк тауар 3,2 триллион һум кимәлендә баһалана. 2024 йылда уның үҫеш темпы уртаса Рәсәйҙекенән юғарыраҡ булған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда төбәк Хөкүмәте алдына ҡуйған бурыстар иҫәбенә ғәмәлдәге производстволарҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыларын, шул иҫәптән импортты алмаштырыусыларҙы булдырыуға бәйле 20-нән дә кәм булмаған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу инә. 2025 йылда республикала инвестиция портфеле 9 процентҡа артҡан. Хәҙер унда 1,3 триллион һумға 2500-гә яҡын инвестиция проекты иҫәпләнә.

Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – сәнәғәт. Был өлкәлә бөгөн 521 миллиард һумға 97 инвестиция проекты бар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас