

“Башнефть” предприятиеһы төбәгебеҙҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йүнәлтелгән киң хәйриә программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. “Роснефть” компанияһы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республикала инфраструктура яңыртыла, халыҡ өсөн мөһим, кәрәкле объекттар барлыҡҡа килә.
Беренсе сиратта – Асҡын, Йәрмәкәй, Ҡалтасы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, республика райондарында йәмәғәт киңлектәре эҙмә-эҙлекле үҫтерелә.
– “Башнефть” етәкселеге менән килешелде: компания хәҙер беҙҙең райондарҙағы үҙәк майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереүгә тотонасаҡ. Быйыл бер юлы өс муниципалитетта йәмәғәт биләмәләрен яңыртыу планлаштырылған, – тип белдерҙе республика етәксеһе.
Был эш комплекслы алып барыласаҡ: үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндергәндә эргә-тирәне лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау, заман архитектураһы өлгөләренә өҫтөнлөк биреү, йәмәғәт киңлектәренең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү һ.б. ҡаралған.
Быйыл яңыртыласаҡ урындар хаҡында Радий Хәбиров айырым әйтеп үтте:
– Асҡындағы үҙәк майҙан – ауылдың “йөрәге”. Бында тормош ҡайнай, кеше һәр саҡ күп. Өҫтәүенә ул – хәтер урыны: төрлө осорҙағы Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә мемориалдар ҡуйылған. Майҙанда фонтанды тәртипкә килтерергә, тротуарҙарҙы киңәйтергә, яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итергә һ.б. кәрәк.
Йәрмәкәйҙә лә ошондай уҡ хәл. Үҙәк майҙанға ремонт талап ителә. Биләмә бар яҡлап үҫтереләсәк, ҡыҙыҡлы бәләкәй архитектура формалары, арт-объекттар ҡуйыласаҡ. Халыҡ өсөн уңайлы, киң ҡулланылышлы майҙан булыр тип көтөлә.
Ҡалтасыла ла, Йәрмәкәйҙәге кеүек, төрлө йәмәғәт киңлектәрен берләштереү күҙ уңында тотола. Үҙәк майҙан ғына түгел, уның янындағы аллея, Хәтер мемориалы ла төҙөкләндереләсәк. Был алым биләмәне киң ҡулланылышлы итәсәк.
Социаль яуаплылыҡ өлгөһө
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы “Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг” кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов Башҡортостандың “Башнефть” компанияһы менән биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса килешеү төҙөүенең юғары әһәмиәтен билдәләне.
– Рәсәйҙәге башҡа күп төбәктәрҙән айырмалы, республикабыҙҙа урбанизация кимәле түбән булып ҡала, йәғни беҙҙең ауылдарҙа йәшәгән халыҡ иҫәбе илдәге уртаса күрһәткестән юғары. Шуға ла Башҡортостандағы муниципалитеттарҙың, бәләкәй ҡалаларҙың хәл-торошона ҙур иғтибар бүленергә тейеш, – ти Рөстәм Камил улы. – Ошо йәһәттән “Башнефть” корпорацияһының Башҡортостанды төрлө яҡлап үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы оло әһәмиәткә эйә. Ул республикабыҙҙың тулайым төбәк продуктының дүрттән бер өлөшөн тиерлек бирә. Ҡеүәтле компания йәмғиәт алдында ҙур социаль яуаплылыҡ өлгөһө күрһәтә, үҙенең етештереү эшмәкәрлеген алып барған биләмәләрҙе үҫтереүгә, төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә.
Эксперт билдәләүенсә, “Башнефть” ошо рәүешле тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон компенсациялай, кешеләрҙең ышанысын яулай. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ нефть компанияһына ҙур теләк менән эшкә килә. Тимәк, хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы.
– Шуны аңларға кәрәк: Башҡортостандағы барлыҡ ҡала һәм райондарҙың бюджеты республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ҡаплана. Был урындағы властарға киң эш алып барыу – инфраструктураны яҡшыртыу, социаль-мәҙәни объекттар төҙөү һ.б. – мөмкинлеген бирмәй. Шуға ла “Башнефть” һымаҡ яуаплы предприятиеларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, – ти Рөстәм Камалов.
Тарих менән бөгөнгөнө бәйләп
Һуңғы биш йылдағы эш һөҙөмтәләрен барлағанда, “Башнефть” йәмғиәте (“Роснефть” компанияһы составына инә) булышлығында Башҡортостанда ҙур инфраструктура проекттары тормошҡа ашырылды:
* Ишембай ҡалаһында Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанына капиталь ремонт яһалды;
* “Үҙгәрештәр еле” (Баймаҡ), “Тура һыҙат” (Дәүләкән), “Хыялға юл” (Учалы) проекттары мегаполис менән район үҙәге араһындағы айырмалыҡты юйҙы кеүек – заманса ял урындары, урамда уңайлы сауҙа майҙансыҡтары булдырылды;
* Нефтекама ҡалаһының “Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙансыҡ төҙөкләндерелде, йәйәүлеләр, велосипедсылар өсөн оҙонлоғо 20 километрҙан ашыулыҡ (тотош ҡала буйлап үтеп, Николо-Березовка ауылына ҡәҙәр барып етә) заманса юл һалынды;
* Өфөлә һәм уға яҡын урындарҙа ҙур үҙгәрештәр булды. Ленин районындағы Нижегородка биҫтәһендә стадион яңыртылып, халыҡҡа саф һауала спорт менән шөғөлләнеү, йәштәргә буш ваҡытын файҙалы үткәреү мөмкинлеге асылды. Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ике сквер төҙөкләндерелде. Максимовка ауылындағы автомобиль юлын капиталь ремонтлау арҡаһында урындағы халыҡҡа социаль объекттарға йөрөү еңелләште. Нуғайҙағы төп юлдарҙы яңыртыу ҙа кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртты.
* Компанияның хәйриә программаһында тыуған ергә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоларын көсәйткән, киләсәк өсөн изге хәтерҙе һаҡлау мөмкинлеген биргән проекттар ҙур урын алып тора. Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһында “Ватан өсөн яуҙа баш һалған Ишембай нефтселәренә” хәрби мемориалы биләмәһе яңыртылды. Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылында быраулаусылар иҫтәлегенә мемориаль биләмә төҙөкләндерелде. Өфөлә башҡорт нефтселәре аллеяһы булдырылды, ул ошо һөнәр эйәләренең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә, төбәктең дөйөм үҫешенә индергән өлөшөн хәтерләтеп тора.
* Благовещенда, “Тамырҙарға ҡайтыу” проектына ярашлы, ҡала паркы, сквер һәм Потеха йылғаһы яры төҙөкләндерелде. Был объект урындағы сәнәғәт тарихын заманса уңайлылыҡ менән бәйләү мөмкинлеген бирҙе.
* Мәләүез районының Воскресенск ауылындағы ташландыҡ биләмә “Башнефть” ярҙамында үҙенсәлекле мәҙәни-турист үҙәгенә әйләнеп, яңы һулыш алды.
* Йылайыр ауылында тарихи үҙәк төҙөкләндерелде.
--------------------------------
“Башнефть” республиканың социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ике аралағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе төбәк халҡының йәшәйеше сифатында аныҡ сағыла. Республика власы менән уртаҡ маҡсатта эш алып барған нефть компанияһы ҡалаларҙың ғына түгел, район үҙәктәренең дә социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, халыҡҡа кәрәкле объекттар төҙөй.
Фотолар: Р. Хәбировтың сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan