

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Өфө турбина заводын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Предприятиеның генераль директоры Руслан Баһауетдинов хәбәр итеүенсә, производство комплексын төҙөү 2023 йылда башланған. Ә инде 2024 йылда коллектив сит ил етештереүендәге газ турбиналы двигателдәрҙе ремонтлай башлай.
Заводты үҫтереү буйынса пландар республика булышлығында тормошҡа ашырыла. 2023 йылдың октябрендә төбәк инвестиция комитеты ултырышы йомғаҡтары буйынса хаҡы 9,1 миллиард һумдан ашыу булған инвестиция проекты өҫтөнлөклө статус алды.
– Былтыр беҙ ватан двигателдәрен әҙерләүгә, шулай уҡ турбиналы көрәк етештереү өсөн ҡойоу корпусын төҙөүгә документтар әҙерләй башланыҡ, – тип һөйләне Руслан Баһауетдинов. – Предприятиела бөтәһе 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләйәсәк, тип планлаштырабыҙ. Беҙ 117 кешене эшкә урынлаштырҙыҡ, эшсе һөнәрҙәр белгестәрен әүҙем йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Персоналдың уртаса айлыҡ эш хаҡы 141 мең һум тәшкил итә.
Яҡын киләсәккә лаборатория комплексын булдырыу һәм етештереү ҡеүәттәрен артабан киңәйтеү планлаштырыла. Үҙ етештереүендәге газ турбиналы двигателдәрҙе 2027-2028 йылдарға поставкалау планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Өфө турбина заводын үҫтереү проектын юғары баһаланы.
– Был ҙур инвестициялар күләме, ҡатмарлы производствоны ойоштороу. Бик һәйбәт! – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.