Иҡтисад
10 Апреля , 14:30

“Йүкә ағасын бөтөрәләр... Балыбыҙ ҡалырмы?”

"Законды һанға һуҡмайҙар", тип саң ҡаға республика ҡортсолары. Республиканың Урман хужалығы министрлығы, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре нимә тип яуап бирә?

“Йүкә ағасын бөтөрәләр... Балыбыҙ ҡалырмы?”“Йүкә ағасын бөтөрәләр... Балыбыҙ ҡалырмы?”
“Йүкә ағасын бөтөрәләр... Балыбыҙ ҡалырмы?”

“Ҡортсолоҡ бизнес ҡына түгел. Ул – бөтә күңелеңде биреп, мөкиббән яратып башҡарған шөғөл, йөрәк дауаһы. Бал ҡорто бала һымаҡ. Хәстәрләйһең, һөйләшәһең, һәр уңышына һөйөнәһең, юғалтыуҙарға көйөнәһең... Бал ҡортоноң оло ҡиммәтен беҙ генә түгел, башҡа барлыҡ замандаштарыбыҙ ҙа аңлаһын, уны һаҡлау, үҫтереү буйынса уртаҡ маҡсатта эшләһәк ине”, – тине быйылғы Республика ҡортсолар форумында умартасылар һәм солоҡсолар, тармаҡта хәл итәһе мәсьәләләр етерлек булыуын билдәләп.

“Законды һанламайҙар”

Йыл да уҙғарылып килгән был форум төбәгебеҙ ҡортсолары өсөн яҡындан аралашыу, күңелде борсоған, хафаға һалған көнүҙәк мәсьәләләрҙе тейешле тармаҡ етәкселәренә еткереп, бергәләп фекер алышыу, кәңәшләшеү, пландар ҡороу майҙансығына әйләнде. Проблемаларҙың береһе – йүкә ағастарының күпләп ҡырҡылыуы.

– Беҙҙең башҡорт балы – баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙ – нәҡ йүкәнән йыйыла. Әммә һуңғы йылдарҙа ошо ағас ҡуртымсылар тарафынан күпләп ҡырҡыла башланы, – тип белдерҙе республикала билдәле ҡортсо Николай Саханьков. – Был проблема айырыуса беҙҙең Нуриман, Иглин райондарына хас. Минең биләмә эргәһендәге диләнкәләрҙән ҡарап беләм: ҡырҡылған ағастар араһында, әлбиттә, ҡайын һәм башҡалар ҙа бар, әммә төп “көс” йүкәгә төшә.

Николай Алексеевич Башҡортостан Республикаһының “Ҡортсолоҡ тураһында”ғы Законын төп терәк документ булараҡ билдәләне. Уның “Бал ҡорттарын һәм бал йыйыу сығанаҡтарын һаҡлау” тип аталған 5-се бүлегендәге “Урман һәм ауыл хужалығы эштәрен үткәргәндә бал ҡорттарын һаҡлау” бурыстарына арналған 22-се статьяла шундай юлдар бар:

* Урмандың продуктлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар ҡортсолоҡ өлкәһендәге эшмәкәрлекте һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү талаптарын иҫәптә тотоп үткәрелә.

* Бал ҡорттары күстәре булған стационар умарталыҡ урындарынан һәм ауылдарҙан өс километрға тиклем радиуста нектарлы йүкә, саған, тал, акацияларҙы ҡырҡыу, шулай уҡ талдан һыҙырылған ҡайырҙы әҙерләү тыйыла (Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәттәре тарафынан билдәләнгән сараларҙан – урмандарҙың санитар торошон һәм уларҙы тергеҙеү шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәрҙән һ.б. осраҡтарҙан тыш).

* Күс ҡунған тәбиғи ҡыуышлыҡтары һәм яһалма йәшәү урындары (солоҡ, түмәрҙәр) булған ағастар ҡырҡылырға тейеш түгел.

– Республикабыҙҙа ошо закон тормошҡа ашырылыуына ҡарамаҫтан, ҡуртымсылар беҙҙең умартасылыҡ биләмәләренә яҡын йүкәлектәрҙе (закондағы өс километрға тиклем радиус тигән талапты үтәмәйенсә) ҡырҡа башлағас, 2019 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Киске телеүҙәк” тапшырыуында сығыш яһағайныҡ. Көнүҙәк тема буйынса етди һәм киң фекер алышыу булды унда, – ти Николай Саханьков. – Ошо саранан һуң урында ҙур йыйылыш уҙғарылды. Унда Иглин, Нуриман райондары ҡортсолары, урмансылар, ағас әҙерләүселәр һ.б. – барыһы ла ҡатнашты. Законда әйтелгән “бал ҡорттары күстәре булған стационар умарталыҡ урындарынан һәм ауылдарҙан өс километрға тиклем радиуста нектарлы йүкә, саған, тал, акацияларҙы ҡырҡыу тыйылыуы” тураһында ҡәтғи һөйләшеү булды. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, эш ыңғайға киткәйне. Әммә йылдар үтә килә кире элекке хәл ҡабатлана башланы. Закон һанланмай.

Николай Алексеевич ҡына түгел, был төбәктең башҡа ҡортсолары ла йүкәлектәрҙе законһыҙ ҡырҡыу осрағының контролгә алынырына, тәртип булырына ышаныс белдерҙе. “Юғиһә тиҙҙән ысын башҡорт балы бөтәсәк, тарихта ғына ҡаласаҡ”, – тип хәүефләнә улар.

Урман хужалығы министрлығы тәҡдим итә

Форумда Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров та ҡатнашты. Ул, ҡортсоларҙың зарын тыңлап, мәсьәләгә төрлө яҡлап асыҡлыҡ индерҙе, был йәһәттән эштең күптән алып барылғанын билдәләне.

– Беҙ йәнә бер тапҡыр умарталыҡ хужаларын үҙ милкен рәсми теркәргә саҡырабыҙ, – тине ул. – Хоҡуҡ билдәләнгән документтар ғына урмансылыҡтарға һеҙҙең координаталарҙы системала күреү һәм биләмәләрегеҙ тирәләй хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыуҙы ҡанун нигеҙендә сикләү мөмкинлеген бирә. Беҙ диалогка асыҡ. Урманды ҡортсолоҡ өсөн файҙаланыу менән бәйле барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә әҙербеҙ.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ҡортсолар форумынан һуң министр урынбаҫары Альберт Закиров Нуриман һәм Иглин райондары урман хужалыҡтарының территориаль органдары вәкилдәре менән баллы биләмәләрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләр уҙғарған. Төп иғтибар йүкәлектәрҙә урман хужалығы сараларын планлаштырғанда һәм үткәргәндә ҡортсоларҙың ихтыяждарын, мәнфәғәттәрен иҫәптә тотоу мөһимлегенә йүнәлтелгән.

– Йүкәлектәрҙе һаҡлау буйынса стратегияны тормошҡа ашырыуға ярашлы, әүҙем бал йыйылған биләмәләрҙә ағасты концентрациялы ҡырҡыуҙы сикләү механизмын индерҙек, – тип хәбәр иттеләр Урман хужалығы министрлығынан. – Хәҙер ағас әҙерләүҙе планлаштырғанда стационар умарталыҡтар урынлашҡан ерҙәрҙе иҫәптә тотоу мотлаҡ шарт булып тора. Был урындар урмансылыҡтарҙың картография материалдарына индерелә, һөҙөмтәлә һаҡлау зоналарын билдәләү, ағас әҙерләү планына төҙәтмә индереү мөмкинлеген бирә.

Ҡортсолоҡ ихтыяждары өсөн урман участкаларын нисек рәсмиләштерергә? Республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров ошо процедураға асыҡлыҡ индерҙе. Әйтеүенсә, әле уның ике төп механизмы бар.

1-се ысул. Асыҡ аукцион һөҙөмтәләре буйынса электрон формала ҡуртым килешеүе төҙөү. Бында физик шәхес булараҡ та, ойошма исеменән дә заявка бирергә мөмкин. Ҡуртым срогы – 12 йылға тиклем. Йылына аренда түләүе бер гектарға уртаса өс мең һум тәшкил итә.

2-се ысул. Түләүһеҙ файҙаланыу. Был ысул физик шәхестәр өсөн генә ҡаралған. Срогы – биш йыл. Ошо ваҡыт үткәс, ҡабат аукцион үткәреп йәки проект документтары әҙерләп тормайынса, ҡулланыусының ғаризаһы нигеҙендә уның урмандан файҙаланыу хоҡуғы дауам ителә ала.

Иң башта иһә, урман участкаһын файҙаланыу өсөн рәсмиләштерер алдынан, проект документтарын эшләп, Башҡортостандың “Урмансылыҡтарға идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына раҫлатырға ебәрергә кәрәк. Уны үҙаллы әҙерләргә лә, урындағы урмансылыҡ бүлектәре тәҡдим иткән проект ойошмаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Артабан урман участкаһын Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрының дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу талап ителә.

“Баллы йүкә” статусы алынырмы?

Ҡортсолар күтәргән мәсьәлә буйынса аңлатма индереүҙе һорап, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә лә мөрәжәғәт иттек. Беҙгә ойошманың ғилми тикшеренеүҙәр һәм инспекция контроле бүлеге етәксеһе Руслан Ҡәйепҡолов яуап бирҙе.

– Республикабыҙҙың билдәле умартасыһы Николай Саханьков һәм, ғөмүмән, Нуриман, Иглин райондары ҡортсолары үтә мөһим мәсьәләне күтәрә, – тине ул. – Николай Алексеевич телгә алған сара – 2019 йылда уҙғарылған эш кәңәшмәһе протоколы нигеҙендә урман участкалары ҡуртымсыларына рәсми хат яҙылды, шулай уҡ 2023 йылдың 25 февралендә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Бал ҡорттары йәшәгән мөхитте һаҡлау” темаһына уҙғарылған, ошо уҡ йылдың 13 апрелендә Башҡортостан Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан “Урманды тотороҡло файҙаланыу: тәбиғәтте һаҡлауҙың иң яҡшы тәжрибә өлгөләре” тигән темаға ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең резолюциялары бар. Уларҙа тап башҡорт балының төп сығанағы булған йүкәлектәрҙе һаҡлау мәсьәләләрен контролгә алыу, яйға һалыу бурыстары билдәләнгән. Ошо документтарҙың ғәмәлдә тейешенсә үтәлешен һорай ҡортсолар берләшмәһе.

Руслан Ҡәйепҡолов билдәләүенсә, “Башҡортостан ҡортсолары” йәмәғәт ойошмаһы 2025 йылдың 2 декабрендә йүкәне – “Башҡорт балы” брендының төп сығанағын – һаҡлау буйынса эш төркөмө төҙөгән.

– Был ағасты республикабыҙҙың визит карточкаһы тип әйтергә мөмкин. Нәҡ йүкәнән йыйылған балыбыҙ, бик күп халыҡ-ара наградалар яулап, төбәгебеҙҙе данланы, киң танытты, – тине Руслан Ҡәйепҡолов. – Булдырылған эш төркөмө Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республиканың Ауыл хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары менән закон сығарыуҙы көйләү өлкәһендә “Баллы йүкә” (биологик атамаһы – “ваҡ япраҡлы йүкә”) статусын алыу буйынса әүҙем консультациялар ойоштора. Рәсәйҙә был ағастың төп массивы – беҙҙә. Башҡа яҡтарҙа ул аҙ йәки бүтән төрҙәр менән ҡушылып бөткән.

Экология буйынса йәмәғәт инспекторҙары (улар араһында умартасылар ҙа бар), быйылғы ҡортсолар форумында әйтелгәндәрҙе дәлилләп, Ғафури районында рейд үткәрҙе, йүкәлектәр ҡырҡылған урындарҙы видеоға төшөрҙө. Әйтеп үтелгән мәсьәләләр буйынса әле Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Урман хужалығы министрлыҡтарына хат әҙерләү эше бара. Федераль кимәлдәге мөрәжәғәт өсөн райондар буйынса материалдар йыйыла.

Өҫтәп шуны ла әйтергә мөмкин: билдәле булыуынса, “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Башҡортостан кодексында йүкә ҡырҡҡан өсөн яза тураһында статья ла бар.

Ҡортсолоҡ бизнес ҡына түгел, милли ҡиммәтебеҙ ҙә. Башҡорт балының киләсәге – тейешле барлыҡ тармаҡтарҙың бер-береһен ишетеп, аңлап, уртаҡ маҡсатта эшләүендә. Был йәһәттән етди башланғыстар бар. Улар дауамлы, һөҙөмтәле булыр, башҡорт балын киңерәк танытып, данын арттырыр тигән ышаныстабыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас