

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо ял көндәрендә Өфө, муниципалитеттар һәм федераль трассалар биләмәләрендә контроль идаралығының эше буйынса отчет менән таныштырҙы.
– Республиканың контроль идаралығы был аҙна аҙағында яҡшы эшләне. Миндә Өфө, федераль трассалар һәм муниципаль юлдар буйынса отчет бар. Любовь Викторовна (Минакова – редакция), трассалар буйынса эште һеҙгә тапшырам. Башбаштаҡлыҡ. Федераль юлдарҙы хеҙмәтләндереүселәрҙе, зинһар, ҡыбырлатығыҙ. Бик күп сүп-сар йыйылмаған әле. Хәлде төҙәтергә аҙна аҙағынаса ваҡыт бирәбеҙ, - тине Радий Хәбиров, республика Транспорт һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе Ишембай һәм Салауат башлыҡтарына ҡалаларҙағы таҙалыҡ өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Розалия Хисаева.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!