

Радий Хәбиров “Иннопром. Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды менән таныштырҙы
20 апрелдә Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” форумы сараларында ҡатнаша. Делегация составында – ҙур, урта һәм бәләкәй предприятиеларҙың 30-ҙан ашыу етәксеһе. Башҡортоста форум күргәҙмәһендә үҙенең стендын тәҡдим итте.
Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев килеп ҡараны. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтарға Үзбәкстан яғы менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә “Бекабад” индустриаль технопаркын төҙөү тураһында һөйләне.
– Беҙ технопарктың мастер-планын төҙөнөк, идара компанияһын булдырып, теркәү үткәрҙек. Ҡыҙыҡһыныу бар – биш ҡеүәтле инвестор 13 миллион долларҙан ашыу инвестиция күләме менән проектҡа инергә әҙер. Технопарк Башҡортостан компанияларының Үҙәк Азия баҙарына сығыуына юл аса, - тине Радий Хәбиров.
Буласаҡ резиденттар иҫәбендә - Башҡортостандың быраулау һәм ремонт-скважина ҡорамалдарын эшләүселәрҙең һәм етештереүселәрҙең береһе булған “БУРИНТЕХ” компанияһы. Предприятиеның генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев скважиналарҙы быраулау һәм ремонтлау өсөн Үзбәкстанға яңы заманса ҡорамалдар килтереү буйынса проекттарҙы тикшереүҙәрен, был нефть һәм газ секторын сығарыуҙың һөҙөмтәлелеген һәм техник йыһазландырыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, күргәҙмәлә Урал пружиналар заводы продукцияһы тәҡдим ителде. Предприятие эҫе һәм һалҡын төрөү ысулы менән эшләнгән пружиналарҙың киң ассортиментын етештереүгә махсуслашҡан.
Денис Мантуров һәм Жамшид Ходжаев индустриаль секторҙа кооперацияны үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлде һәм Рәсәй предприятиеларының Үзбәкстан менән берлектәге экспорт мөмкинлектәрен киңәйтергә мөмкинлек биргән проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуын билдәләне.
***
Шулай уҡ Башҡортостан стенды янында Радий Хәбиров һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев ҡатнашлығында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. “БашГлобалГрупп” компанияһының үҫеш буйынса директор урынбаҫары Абдулмалик Рәхимов һәм «PREMIER ELECTROTECH» предприятиеһы директоры урынбаҫары Ровшан Бекчанов Башҡортостан Хөкүмәте менән инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм үҙ-ара эш итеү тураһында ниәттәрен белдерҙе.
Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһының генераль директоры Юлай Ильясов Ташкент өлкәһе Бекабад районы хокимы Зәйнилобиддин Низомиддинов, “Бекабад инвестиция идара итеү компанияһы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Умид Умаров, "ORTOSTAN RU” ғилми-производство предприятиеһы директоры Темур Ғәлимов, Урал пружиналар заводы вәкиле Руслан Ғәйнетдинов һәм “БУРИНТЕХ” ғилми-производство предприятиеһының генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев менән хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
***
Форум сиктәрендә Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе Бекабад районы хокимы Зәйнилобиддин Низомиддинов менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар “Бекабад” технопаркын үҫтереүҙе – проекттың ойоштороу-хоҡуҡи шарттарын, потенциаль резиденттар пулын, производстволарҙы урынлаштырыу параметрҙарын тикшерҙе.