

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ташкентта (Үзбәкстан) үткән “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй. Был ваҡиға 35-тән ашыу илдән власть органдары, эшлекле даирәләр һәм эксперт берләшмәһе вәкилдәрен берләштерә.
20 апрелдә сараның эшлекле программаһы сиктәрендә төбәк етәксеһе Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес-берләшмәһе вәкилдәренең һөйләшеүҙәренә старт бирҙе.
– Беҙ яҡынайыу, яңы проекттар эҙләү буйынса берлектәге эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн беҙ Башҡортостандың ҙур рәсми делегацияһы составында эшләйбеҙ. Ташкентҡа ҙур, урта һәм бәләкәй предприятиеларыбыҙҙың 30-ҙан ашыу етәксеһе килде, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй һәм Үзбәкстан етәкселеге, беҙҙең өсөн туғандаш төбәк булған Ташкент өлкәһе хокимиәте – барыбыҙ ҙа компанияларыбыҙ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
В2В-аралашыуҙың төп маҡсаты – кооперацияны киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы партнерҙар эҙләү. Һөйләшеү майҙансыҡтарында төп тармаҡтар – нефть химияһы, аграр сектор һәм аҙыҡ-түлек индустрияһы, төҙөлөш материалдары етештереү, мебель сәнәғәте, IT-технологиялар һәм башҡа йүнәлештәр күрһәтелгән.
Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостан менән Үзбәкстан берлектәге инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашыра. Иң элек, был “Бекабад” технопаркын булдырыу, уны төҙөүҙе ике дәүләт лидерҙары ла хуплай.
Республика Башлығы Башҡортостан компаниялары вәкилдәре менән дә аралашты. Мәҫәлән, “Буринтех” ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры Ғиниәтулла Ишбаев 2022 йылдан алып предприятиеның Үзбәкстанда вәкиллеге барлығын һөйләне, ул быраулау ҡорамалдары һәм инструменттары, шул иҫәптән юғары технологиялы быраулау өлкәһендәге заманса ҡарарҙарҙы күрһәтә. "Буринтех" үҙбәк бизнес-даирәләре менән кооперацияны киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” форумында ҡатнашыу халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса системалы эштең бер өлөшө тине.
– Беҙ республиканың партнерҙары менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Үзбәкстан беҙҙең мәнфәғәттәр өлкәһендә мөһим урын биләй. Беҙ бында ҙур бизнес-миссия алып килдек, ә хәҙер B2B-һөйләшеүҙәр бара. Был аныҡ һөҙөмтә бирә – тауар әйләнеше арта һәм яңы проекттар барлыҡҡа килә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Белешмә:
“ИННОПРОМ Үҙәк Азия” форумы Ташкентта 20 апрелдән 22-нә тиклем үтә. Ул Үҙәк Азия һәм Рәсәй илдәренең сауҙа-иҡтисади һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн төп майҙансыҡ булып тора. Эшлекле программа сиктәрендә пленар сессиялар, тармаҡ дискуссиялары һәм бизнес вәкилдәренең осрашыуҙары үтәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.