

Шәфҡәт Мирзыяев илдәр араһында сауҙа күләменең тотороҡло үҫеүен, сәнәғәт, энергетика, транспорт, металлургия, химия һәм башҡа тармаҡтарҙа проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне.
Яҡтар тауар әйләнеше динамикаһын һаҡлауға һәм өҫтөнлөклө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән индустриаль зоналар сиктәрендә кооперация проекттарын тиҙләтеүгә, төбәктәр һәм бизнес кимәлендә әүҙем бәйләнештәрҙе дауам итеүгә йүнәлтелгән координация сараларын ҡабул итеү тураһында килеште. Осрашыуҙа берлектәге техник вуздар базаһында иҡтисадтың төп секторҙары өсөн инженер кадрҙар әҙерләүгә айырым иғтибар бүлделәр.
Шулай уҡ осрашыу барышында Рәсәй төбәктәре һәм компаниялары етәкселәре Шәфҡәт Мирзыяевты яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ пландар менән таныштырҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте төрлө йүнәлештәр буйынса нығытыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тәү сиратта һүҙ кооперацион бәйләнештәрҙе үҫтереү хаҡында бара. Иң ҙур башланғыстар иҫәбендә – Ташкент өлкәһендә «Бекабад» технопаркын төҙөү, майҙансыҡта Башҡортостан компаниялары эшләргә ниәтләй. Бынан тыш, перспективалы йүнәлештәр иҫәбендә – туҡыу һәм еңел сәнәғәт, умартасылыҡ һәм апитерапия, фән һәм мәғариф, сауҙа һәм күмәртә-логистика үҙәктәре булдырыу.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.
– Беҙ Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Тоир улы Мирзаев менән Үзбәкстан Президентына 2026 йылда тормошҡа ашырылған ҡарарҙарҙы еткерҙек. Шуны билдәләп үтәм: илдәребеҙ араһында тауар әйләнеше арта, бизнес үҙ бәйләнештәрен киңәйтә. Беҙ һәр ваҡыт кооперацияның юғары кимәлен, республикабыҙҙың ҙур уңышын һәм алға барыуын күҙ уңында тотҡан ҙур, флагман проекттарға ынтылабыҙ. Был осраҡта беҙ тәү сиратта Ташкент өлкәһендә «Бекабад» индустриаль технопаркын төҙөү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Үзбәкстан Президентына дөйөм майҙаны 25 мең квадрат метр самаһы булған тәүге биналарҙы проектлауҙы тамамлауыбыҙ хаҡында хәбәр иттем. Проект еңел түгел, әммә ҡыҙыҡлы. Шуныһы мөһим: беҙ бында эшләргә әҙер биш резидент таптыҡ та инде. Был ярайһы уҡ ҙур компаниялар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙә Үзбәкстан бизнесын көтәбеҙ. Осрашыуҙа был тема хаҡында ла һөйләштек. Һүҙ күмәртә-бүлеү келәттәрен булдырыу һәм төҙөү тураһында бара. Үзбәкстан емеш-еләк һәм йәшелсәләре менән билдәле. Уларҙы һаҡлау һәм оҙатыу өсөн логистик келәттәр кәрәк. Бында республика продукцияны тотош Рәсәй Федерацияһына таралтыусы хаб булараҡ сығыш яһай. Шулай уҡ Үзбәкстанда махсус иҡтисади зоналарыбыҙҙың береһендә көнкүреш приборҙары заводын төҙөргә әҙер булған партнёр таптыҡ. Дөйөм алғанда, Үзбәкстан Президенты менән яҡшы һәм йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Ул бик эшлекле кеше, республикаға бизнес тарафынан башҡа илдәрҙән индерелгән бөтә нәмәгә лә иғтибарлы ҡарай. Һәм ул Башҡортостанға ҡарата айырыуса йылы мөнәсәбәттә, сөнки беҙҙең халыҡтарҙың уртаҡ яҡтары күп – был берләштерә.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/Yzbkstan-prezidenty-shavkat-mirziyoev-menn-osrashyu/