Иҡтисад
23 Апрель , 06:40

“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй

Башҡортостан менән Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә сыға. 

“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй
“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй

Башҡортостан менән Үзбәкстанды күптән ныҡлы иҡтисади мөнәсәбәттәр бәйләй. Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек көсәйә генә. Был аҙна башында, 20-21 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы сираттағы тапҡыр Үзбәкстанда булды. Бында улар VI “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә ҡатнашты һәм уның майҙансығында республика стенды тәҡдим ителде. Күргәҙмә составына Башҡортостандың 30-ҙан ашыу компанияһы индерелгән. Улар нефть химияһы тармағын, аграр секторҙы, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, төҙөлөш материалдары өлкәһен, мебель сәнәғәтен, IT-технологияларҙы сағылдырҙы.

Ташкент өлкәһендә “Бекабад” берлектәге индустриаль технопаркын тормошҡа ашырыу Башҡортостан менән Үзбәкстан хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Әлеге ваҡытта технопарктың мастер-планы эшләнгән. Идара итеүсе компания булдырылған һәм теркәлгән. Биш потенциаль инвестор 13 миллион долларҙан ашыу инвестиция күләме менән проектҡа инергә әҙер. Буласаҡ резиденттар иҫәбендә Башҡортостандың “БУРИНТЕХ” компанияһы ла бар.

Сәфәр программаһы һәр саҡтағыса бик бай һәм эшлекле булды. Радий Хәбиров бик күп һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты, шул иҫәптән Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзыяев, Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбиров, Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән осрашты. Шулай уҡ ултырыштар, сессиялар үтте, мөһим документтарға ҡул ҡуйыуҙар булды.

Халыҡ-ара кимәлдә әүҙемлек кәмемәй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара әүҙемлектең юғары кимәлен күрһәтә һәм төбәктең тышҡы иҡтисади көн тәртибен системалы алып бара. Әле лә “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә ҡатнашыу Башҡортостан Башлығының был эште эҙмә-эҙлекле алып барыуына дәлил, Үзбәкстан менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр төҙөү сиктәрендәге эштең дауамы булып тора. Республиканың халыҡ-ара бәйләнештәрҙәге әүҙемлеге Башҡортостанда тышҡы иҡтисади йүнәлештең республика Башлығының иғтибары үҙәгендә булыуын күрһәтә. Был шулай уҡ Рәсәй эксперттары һәм политологтары тарафынан тейешле рейтингтарҙа билдәләнә.

Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” күргәҙмәһенең мөһимлеге тураһында түбәндәгеләрҙе яҙҙы:

"Был – беҙҙең Үзбәкстан менән ныҡлы, ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөү буйынса эшебеҙҙең дауамы. Ил халыҡ-ара аренала төп партнерыбыҙ булып ҡала, йылдан-йыл үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе күбәйә генә бара. Тауар әйләнеше арта, беҙ яңы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ”.

“Бекабад”ҡа ҙур өмөт бағлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзыяев менән осрашыуҙа “Бекабад” технопаркы төҙөлөшөн тикшерҙе. Был технопарк - ике яҡлы көн тәртибендәге бөгөнгө төп проекттарҙың береһе. Ул сәнәғәт майҙансығы ғына түгел, ә Рәсәй компанияларының Үҙәк Азия баҙарҙарына инеү мөмкинлеге булараҡ ҡарала. Проект “Бекабад” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә тормошҡа ашырыла, унда резиденттар өсөн заманса сәнәғәт инфраструктураһы һәм преференциялар комплексы, шул иҫәптән һалым һәм таможня льготалары булдырыласаҡ. Технопарктың тәүге объекттарын сафҡа индереү киләһе йылдың апреленә билдәләнгән.

Башҡортостан Башлығы был турала социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе яҙҙы:

“Бекабад” технопаркын төҙөү темаһын ошо сәфәрҙәге төп осрашыуҙа – Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзыяев менән дауам иттек. Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән бергә Шәүҡәт Миромоновичҡа проект буйынса эштәрҙең нисек барыуы тураһында хәбәр иттек. Күп йылдар дауамында беҙ Үзбәкстандан коллегаларыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм күптән инде флагман проектын тормошҡа ашырыу планын төҙөйбөҙ, ул кооперацияның юғары кимәлен, ике яҡ өсөн дә әһәмиәтлерәк уңышты күҙ уңында тота. “Бекабад” беҙҙең өсөн тап шундай проектҡа әйләнде.

Хөрмәтле Шәүҡәт Миромонович менән республикабыҙҙа тормошҡа ашырасаҡ башҡа берлектәге башланғыстарҙы ла тикшерҙек. Мин Үзбәкстан Президенты менән иң яҡшы, конструктив мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә шатмын. Ул бик эшлекле кеше, Башҡортостанға айырыуса йылы ҡарай.

Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров етәкселегендәге Рәсәй рәсми делегацияһы составында шулай уҡ Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуҙа ҡатнаштым. Беҙ тағы ла бер мөһим теманы – туризмды үҫтереүҙе тикшерҙек. Был матур илде халҡыбыҙ өсөн асасаҡбыҙ. Үзбәкстанда һәм, атап әйткәндә, Ташкент өлкәһендә ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы яҡшы формалашҡан. Бында хәүефһеҙлек кимәле юғары, халҡыбыҙға ихтирам менән ҡарайҙар. Яҡын арала беҙ бында тағы ла бер бизнес-миссия – туроператорҙар ебәрербеҙ, улар үҙ күҙҙәре менән Үзбәкстанға сәйәхәттең өҫтөнлөктәрен күрер, тип уйлайым”.

Төбәк-ара формат – Рәсәйҙең тышҡы бәйләнештәрен үҫтерә

Башҡортостан төбәк-ара форматты Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереүҙең эш ҡоралы булараҡ эҙмә-эҙлекле ҡуллана. Республика килешеүҙәр, юл карталары һәм даими хөкүмәт-ара диалог нигеҙендә Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек төҙөй. 2022 йылдың майында Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиленең офисы асыла, ә 2025 йылдың декабрендә Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйыла. Башҡортостан Рәсәйҙең Үҙәк Азия йүнәлешендәге тышҡы иҡтисади стратегияһының төбәк алып барыусыһы булараҡ эш итә.

Республика үҙенең компанияларын тышҡы баҙарҙа идара итеү ҡарарҙары, һөйләшеүҙәр һәм инфраструктура проекттары аша оҙата. Был контекста “Бекабад” технопаркы алға бара, уның өсөн мастер-план әҙерләнгән, идара итеүсе компания булдырылған һәм резиденттар исемлеге формалаша. Потенциаль инвесторҙар иҫәбендә - “Буринтех” фәнни-етештереү предприятиеһы, “Экосбер”, “Бурсервис”, “ПКФ “Оптима-эксперт”, “Лесторгстрой+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Ғәмәлдә республика Үҙәк Азия илдәре баҙарында үҙ бизнесы өсөн институциональ терәк функцияһын үҙ өҫтөнә ала.

Башҡортостан “Иннопром” халыҡ-ара майҙансығын аныҡ кооперация һәм инвестиция ҡарарҙарын рәсмиләштереү ҡоралы булараҡ файҙалана. Әлеге күргәҙмәлә лә Башҡортостан Башлығы һәм Ташкент өлкәһе хакимы ҡатнашлығында төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Шуныһы мөһим, Башҡортостан һәм Үзбәкстан традицион тауар алмашыуҙан берлектәге етештереүҙәр, локалләшеү һәм технологик кооперация моделенә күсә. “Бекабад” технопаркынан тыш, Premier Electrotech компанияһының Башҡортостанда һыуытҡыстар етештереү, Иглин районында малсылыҡ комплексын булдырыу, Өфөлә ҡунаҡхана комплексын, шулай уҡ Үзбәкстан инвесторҙары ҡатнашлығында ике күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөү буйынса проекттары әҙерләнә.

 

Артур СӨЛӘЙМӘНОВ, ӨДНТУ доценты, “Берлек-Берҙәмлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге эксперт-аналитигы:

– Бөгөн Үзбәкстан Башҡортостандың төп тышҡы иҡтисади партнерҙарының береһе булып ҡала. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан беҙҙең республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә 5,3 процент өлөш менән бишенсе урынды биләй. 2025 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше 199,1 миллион доллар тәшкил итә, шуларҙың экспорты – 166,8 миллион доллар, импорты – 32,3 миллион доллар. Дүртенсе йыл рәттән үҙ-ара сауҙа үҫә, ә абсолют күрһәткестәр буйынса Үзбәкстан хәҙер республиканың 113 сауҙа партнеры араһында бишенсе урында тора. Был яҡтарҙың тотороҡлолоғо һәм хеҙмәттәшлегенең стратегик характеры күрһәткесе.

Әммә был хеҙмәттәшлек сиге түгел. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзыяевтың сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте 30 миллиард долларға тиклем арттырыу маҡсатын ҡуйғанын иҫәпкә алып, төбәктәр өсөн иҡтисади партнерлыҡ өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Башҡортостан да был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ, тип ышанам.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты һәм Артур Сөләймәновтың шәхси архивынан. 

“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй
“Бекабад” яңы күперҙәр төҙөй
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас