Иҡтисад
27 Апреля , 09:30

Бөтә райондар ҙа башланы

Стәрлетамаҡ һәм Мәләүездәр – иң әүҙемдәре

Бөтә райондар ҙа башланыБөтә райондар ҙа башланы
Бөтә райондар ҙа башланы

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Республиканың бөтә райондары аграрийҙары миҙгелле эштәргә тотондо, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә.

Бөгөнгө көндә 24 районда яҙғы сәсеү эштәре алып барыла. Яҡынса 25 мең гектар йәки пландың 1,3 проценты сәселгән. Бөтәһе 1,984 миллион гектарҙан ашыу ерҙе сәсеү планлаштырыла. Шуларҙың 18 мең гектар самаһы майҙанда яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ) сәселгән. 6 мең гектар самаһы майҙанда майлы культуралар (көнбағыш, етен һәм рапс) сәселгән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

– Иң әүҙем сәсеү эштәрен Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары хужалыҡтары алып. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн 17,5 миллиард һум самаһы льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит кәрәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы бөгөнгә 17,7 миллиард һумға 359 ғаризаны хупланы, – тине ул.

2026 йылда аграр секторға туранан-тура дәүләт ярҙамы 4 миллиард һумдан ашып китәсәк. Республикала яҙғы баҫыу эштәренә 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шуларҙың 660 миллионы хужалыҡтарға күсерелгән. Ҡалған средстволар аграрийҙарға май уртаһына тиклем еткереләсәк.

– Республика аграрийҙары сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн кәрәкле матди һәм техник сараларға эйә. Яҙғы баҫыу эштәре ағымдағы һауа шарттарын иҫәпкә алып план тәртибендә бара, — тине Илшат Фәзрахманов.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас