Иҡтисад
1 Май , 05:35

Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер

Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров әйтеүенсә, ағас ултыртыу сараһы “Салауат” компанияһы инициативаһы менән ойошторола.

Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫерЙәш ҡарағайҙар шаулап үҫер
Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер

Ошо көндәрҙә “Әбйәлил урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһына ҡараған Буранғол участкаһының 123-сө кварталында ағас ултыртыу сараһы үтте. Бөтәһе 2 гектарҙан ашыу майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Үҫентеләрҙе һатып алыуға “Салауат” компанияһының башланғысы менән ойошторолдо.

Экологик акцияла Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев, “Әбйәлил урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, экологтар, Күҙәтеү советы ағзалары, Буранғол ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.

—Беҙ бар яҡтан яҡтан яуаплы инвестор. Шуға ла әйткән һүҙебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалабыҙ. Ер аҫтын байлыҡтарын файҙаланыусы компания булараҡ, әле барлығы ете гектарҙан ашыу майҙанда ҡарағай үҫентеләрен ултыртасаҡбыҙ,  шуның ике гектарында үҫентеләр сәселде. Бер гектарға 2000 төп ҡарағай үҫентеләре тура килә. Ағас ултыртыу ябыҡ тамыр системаһы менән башҡарыла. Был эшкә беҙ Әбйәлил урмансылығын йәлеп иттек, уның ресурстары, питомниктары бар. Иң мөһиме, улар бында үҫентеләр ерегеп үҫеп китһен өсөн ағастың ниндәй структураһы кәрәклеген аңлай һәм белә,–тине Таһир Тимербай улы.

Үҫентеләрҙе нисек ултыртыу һәм хәүефһеҙлек саралары менән “Әбйәлил урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директорыЗариф Абдуллин таныштырҙы. Урмансы белдереүенсә, Әбйәлил урман хужалығы урманды яһалма тергеҙеү менән оҙаҡ йылдар ныҡлап шөғөлләнә. Йыл һайын питомникта урмансылар тарафынан үҫентеләр үҫтерелә, уларҙың бер аҙын урман хужалығы үҙе ағас ултыртыуҙа ҡуллана, ә ҡалғанын урман участкалары ҡуртымсыларына, ауыл биләмәләренә һатыла. Былтырҙан алып урмансылар үҫентене яңы система менән үҫтереүҙе башлаған. Йәғни ябыҡ тамыр системаһы менән ағас ултыртыу—үҫентеләрҙе махсус контейнерҙарҙа, кассеталарҙа йәки тупраҡ төйөрө менән бергә үҫтереү ысулы. Был ысул үҫентеләрҙең йәшәүсәнлеген күпкә арттыра, сөнки тамырҙары зарарланмай.

—Үҫентене ябыҡ тамыр системаһы менән ултыртыу бигерәк тә отошло. Беренсенән, тамыр системаһы тупраҡ менән һаҡланғанлыҡтан, үҫенте урынын алмаштырыуҙы еңел кисерә. Икенсенән, ултыртыуҙы яҙҙан көҙгә тиклем, хатта йәй көнө лә башҡарырға мөмкин һәм ағастар тиҙерәк тамыр ебәрә, был иһә уның үҫешен тиҙләтә. Бөгөн өмәгә райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙе ҙур теләк менән ҡатнаша. Бөтәһе ике гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ, ҡалғанын яҡын арала урман хеҙмәткәрҙәре менән ултыртып бөтәсәкбеҙ. Көндәр йылы һәм ерҙә дым булған саҡта яңы үҫентеләргә артабан үҫеп китеү өсөн уңайлы буласаҡ. Был квартал халыҡҡа диләнкә итеп бирелгән урын, шуға күрә унда–бында ағас төпһәләре, ботаҡ өйөмдәре күренә, әммә улар шул килеш ҡалмаясаҡ, таҙартыу эштәре алып барыла.

Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров әйтеүенсә, ағас ултыртыу сараһы “Салауат” компанияһы инициативаһы менән ойошторола.

Мәҡәлә менән тулыһынса гәзитебеҙҙең бөгөнгө һанында таныша алаһығыҙ.

Автор фотолары

Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер
Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер
Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер
Йәш ҡарағайҙар шаулап үҫер
Автор:Карима Усманова
Читайте нас