

Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты был һайлап алыуҙы уңышлы үтте һәм Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләүҙең берҙән-бер төбәк-ара үҙәгенә әйләнде.
Быйыл проектта ҡатнашыуға белем биреү менән шөғөлләнгән 57 ойошма ғариза биргән. Уларҙың 33-ө генә, шул иҫәптән – Өфө фән һәм технологиялар университеты, пилотһыҙ авиация системалары һәм заманса белем биреү йүнәлештәре элементтары (белем биреү программалары) өлкәһендә төбәк-ара кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен асыҡ һайлап алыу тураһындағы ҡағиҙә талаптарына тап килә тип таныла.
Программаны тормошҡа ашырыуҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Электротехник инжиниринг институты менән берлектә Өҙлөкһөҙ белем биреү институты тәьмин итәсәк.
“Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проекты “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының төп өлөшө булып тора һәм илдең пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендәге технологик суверенитетын тәьмин итеүсе белгестәр әҙерләү системаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар проектының операторы булып “Университет 2035” сығыш яһай.
Александр ШЕЛЬДЯЕВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры:
– «Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар» проектында ҡатнашыу республикабыҙға пилотһыҙ авиация системаларының юғары технологиялы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индереү мөмкинлеге бирәсәк. Өфө университетының пилотһыҙ технологиялар өлкәһендәге юғары тәжрибә һәм компетенциялар кимәле был перспективалы өлкәлә талап ителгән белгестәрҙе сифатлы әҙерләүҙе тәьмин итә ала.
Шуны билдәләп үтәйек, пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге инженерҙар киләсәктә иң яҡшы һөнәрҙәр иҫәбенә инәсәк. Алдағы ете йылда Рәсәйгә пилотһыҙ авиация өлкәһендә бер миллионға яҡын һөнәрмәндәр — пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү, етештереү һәм файҙаланыу өсөн белгестәр кәрәк буласаҡ.
Фото: нейроселтәрҙән.