

Санкт-Петербургта тиҙҙән халыҡ-ара иҡтисади форум эш башлаясаҡ. Унда ғәҙәттәгесә беҙҙең республиканан да бизнес ҡатнаша. Был сара 3 - 6 июндә “Экспофорум”да уҙғарыласаҡ. Йолаға ярашлы унда Башҡортостан предприятиеларының коллектив стенды күрһәтеләсәк. Ул төбәктең бай мәҙәни мираҫын, киләсәккә ҡарашын сағылдырасаҡ. Мәҙәниәт һәм тарих, сәнәғәт һәм инновациялар, иҡтисад һәм инвестициялар - ошоларҙа үҫештең төп йүнәлештәре сағыласаҡ.
“Прагматик диалог – тотороҡло киләсәккә юл” тип исемләнгән төп тема аҫтында үтәсәк 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итәсәк. Уның эшлекле программаһы донъя һәм Рәсәй иҡтисады, технология үҫеше, социаль сәйәсәт тректары буйынса 150-нән ашыу сессияны берләштерәсәк.
Форум сиктәрендә республика етәкселегенең ике яҡлы осрашыуҙары ҡаралған. Мәҫәлән, Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм төбәк етәкселәре һәм илебеҙҙең ҙур компанияларының етәкселеге менән һөйләшеүҙәр уҙғарасаҡ. Улар араһында Силәбе, Омск, Вологодск, Херсон өлкәләре губернаторҙары менән осрашыуҙар билдәләнгән. Шулай уҡ Удмурт Республикаһы Башлығы менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһына ҡул ҡуйыу ниәтләнә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм уның урынбаҫарҙарының сәнәғәт, ауыл хужалығы, халыҡ-ара кооперация буйынса эшлекле осрашыуҙары билдәләнгән.
Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостандың 27 килешеү төҙөүе ниәтләнә. Макроиҡтисади күрһәткестәр коррекцияланыуына ҡарамаҫтан, иғтибар үҙәгендә иҡтисадтың реаль секторы проекттары буласаҡ. Ҡул ҡуйыуға планлаштырылған документтар буйынса раҫланған инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 50 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы Силәбе өлкәһе, Удмуртия менән юл карталарына ҡул ҡуйыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ Омск, Вологодск, Херсон өлкәләре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр планлаштырыла.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева форумға әҙерлек барышын билдәләп, төбәктең халыҡ-ара кооперацияһы өсөн уның стратегик мәғәнәһен дә иғтибарға алды.
-Бөгөн беҙҙең эшебеҙ аныҡ емештәр бирә: республика экспортының 43,5 процентын юғары хаҡлы продукция тәшкил итә. Былтыр ғына беҙҙең Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге булышлығында 209 компания халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, 150 контракт төҙөлдө, ә 133 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары донъяның 41 иленең баҙарына сыҡты ,– тине ул.
Маргарита Болычева һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы осорҙа Төркиә, Белоруссия, Ҡытай илдәренән партнерҙар менән яңы производстволар асылған. “Озфатихлер Кран Уфа” тигән йөк күтәреү техникаһы заводы эш башлаған, Үзбәкстанда башҡорт бал ҡорттарын файҙаланып, уникаль Апитерапия үҙәге эшләй.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/ekonomika/2026-05-13/severnaya-stolitsa-zhdyot-4685015