

26 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм 34-се халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе асыла. Сараға илдең энергетика министры Сергей Цивилевтың, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Михаил Юриндың килеүе көтөлә. Шулай уҡ тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволары етәкселәре ҡатнашасаҡ.
Был хаҡта мөһим сара алдынан уҙғарылған матбуғат конференцияһында белдерелде. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы генераль директоры Альбина Килдеғолова әҙерлек барышы, эксперттар составы, программаға индерелгән секциялар, экспозиция бүлектәре, яңылыҡтар тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Әйтеүҙәренсә, ҙур сарала 12 илдән – Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡытай, Алжир, Ангола, Палестина, Ираҡ, Мысыр, Ливия, Монголия, Үзбәкстандан вәкилдәр ҡатнаша. Илебеҙҙең 30 төбәгенән һәм сит дәүләттәрҙән 270 компания үҙ эшмәкәрлеген, продукцияларын күрһәтәсәк, 20 тармаҡ союзы һәм ассоциацияһы буласаҡ, 480 спикер тәжрибә уртаҡлашасаҡ, биш майҙансыҡ ойоштороласаҡ.
Сарала Ҡурған, Ленинград өлкәләре предприятиеларының берләштерелгән экспозициялары күрһәтелде. Газ ҡорамалдары етештереү ассоциацияһы ла үҙ продукцияларын тәҡдим итәсәк – ул әлеге форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша. Программаның төп өлөшө – “Рәсәй иҡтисадының структура төҙөлөшөндә нефть химияһының киләсәге” темаһына пленар ултырышта – Рәсәй Федерация Советы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, илдең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади биләмәләр, шулай уҡ Нефть эшкәртеүселәр һәм нефтехимиктар ассоциациялары вәкилдәре, нефть-газ химияһы йүнәлешендәге ҙур компаниялар етәкселәре сығыш яһаясаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, сара барышында яңы производстволар эшенә старт биреү планлаштырылған. Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм 34-се халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе 29 майға тиклем бара.
Фото: bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan