

Ил һәм республика власы, ауылдарҙың бөгөнгөһөн, киләсәген уйлап, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Быйылдан дәүләт булышлығы тағы ла киңәйтелде: ауыл хужалығы кооперативтарына, фермерҙарға ярҙам уңайынан әлегә ҡәҙәр тормошҡа ашырылған дәүләт программалары 2026 йылдың 1 ғинуарынан “Бәләкәй аграр бизнесты үҫтереү” тигән яңы федераль проектҡа берләштерелде.
Яңы федераль проектҡа ышаныс ҙур
– Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам саралары – бәләкәй аграр бизнестың тотороҡло үҫеше нигеҙе, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Былтыр, мәҫәлән, дәүләт программаларына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 416 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Уның 87 проценты – федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 96 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды, улар тарафынан яңы 39 хеҙмәт урыны булдырылды. Был дәүләт булышлығы арҡаһында 80-дән ашыу кеше кооперацияға йәлеп ителде.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, һанға ҡарағанда сифат мөһимерәк: һуңғы йылдарҙа республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының иҫәбе кәмеһә лә, дөйөм күрһәткестәр яҡшыра, етештереү күләме арта. Был – тармаҡтан кеҫә яғын ғына ҡайғыртҡан осраҡлы кешеләрҙең китеп, унда үҙ эшен белгән, яратып башҡарған, һөҙөмтәгә ынтылған, алдынғы хеҙмәт алымдарын ҡулланған уңғандарҙың ғына ҡалыуына дәлил.
– Ағымдағы йыл башынан тормошҡа ашырыла башлаған “Бәләкәй аграр бизнесты үҫтереү” федераль проекты иһә фермерҙарға яңы мөмкинлектәр өҫтәй. Ул ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешен тәьмин итәсәк, – тигән ышаныста министр.
“Агротуризм” дауам итә
Документта аграрийҙарға булышлыҡ итеү буйынса бер нисә яңы йүнәлеш бар. Мәҫәлән, ауылда бәләкәй пекарня асыу өсөн унар миллион һумға тиклемге гранттар ҡаралған. Уларҙың күләме проект хаҡының 50 процентынан артмаҫҡа тейеш. Аҡсаның 18 ай эсендә үҙләштерелеүе мөһим. Ә Украиналағы зыян күргән төбәктәр өсөн ваҡыт – 30 айға тиклем. Пекарняла етештереү күләменең йыл һайын кәмендә өс процентҡа арта барыуы ла шарт.
Федераль проектта ҡаралғанса, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары продукцияларын һатыу, эшкәртеү, һатып алыу менән шөғөлләнгән кооперативтарҙың сығымының күпмелер өлөшө дәүләт тарафынан субсидияланасаҡ. Сумма күләмгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, фермерҙарҙан һатып алынған продукция хаҡы 50 миллион һумдан ашһа, уның 15 проценты дәүләт субсидияһы менән ҡаплана.
“Бәләкәй аграр бизнесты үҫтереү” федераль проектында әлегә ҡәҙәр тормошҡа ашырылған “Ғаилә фермаларын үҫтереү”, “Агростартап” программалары урынына яңы йүнәлештәр бар. Ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү буйынса гранттарҙы алыу бер аҙ ябайлаштырылған. “Агротуризм” программаһы дауам итә. Хәҙер был йүнәлеш буйынса грант ҡына түгел, ә биләмәне төҙөкләндереү, турист ҡорамалдары, инвентарҙары туплау, монтажлау өсөн субсидия алыу мөмкинлеге лә бар. 2026 йылда республикала агротуризмға ярҙамға, дөйөм алғанда, 49,5 миллион һум бүленәсәк. Әйткәндәй, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан 2022 – 2025 йылдарҙа Башҡортостандың 13 агротурист проектына булышлыҡ күрһәтелгән. Ярҙамдың дөйөм күләме – 95 миллион һум. 2026 – 2028 йылдарҙа төбәктең муниципаль райондарында тормошҡа ашырылған тағы биш проект федераль финанслау аласаҡ.
Фермерға яҡшы юл да кәрәк
Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә фермерлыҡ һәм кооперацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Унда билдәләнеүенсә, былтыр республиканың фермер хужалыҡтары тарафынан 36 миллиард һумдан ашыу продукция – дөйөм күләмдең 12,5 проценты – етештерелгән. Өҫтәүенә улар һөтсөлөк тармағына һиҙелерлек өлөш индерә. Шулай уҡ республикала етештерелгән ашлыҡтың һәм көнбағыш орлоғоноң – өстән бер, шәкәр сөгөлдөрөнөң биштән бер өлөшө – фермерҙарҙыҡы.
Уларға системалы ярҙам һөҙөмтәһендә агробизнес тотороҡло үҫешә. 2012 йылдан грант программалары тормошҡа ашырыла башлағас, төбәктә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары күпкә артты – 4,8 меңдән 8,4 мең (2025 йылға ҡарата күрһәткес) берәмеккә етте. Эш сифаты ла арта. Былтыр КФХ-лар, республика баҫыуҙарының 34 процентынан файҙаланып, 36,2 миллиард һумлыҡ продукция сығарҙы, фермер секторында етештереү индексы 104,6 процент тәшкил итте.
Ғөмүмән, тармаҡты индустриалләштереү шарттарында ла фермерҙар үҙ урынын ышаныслы һаҡлай. Улар ауылды үҫтерә, баҙарҙа экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итә, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланып, грант конкурстарында теләп ҡатнаша. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ла беҙҙең республика фермерҙарының өлөшө ҙур. Улар өсөн юл инфраструктураһын яҡшыртыу мәсьәләләре лә дәүләттең даими контролендә.
-----------------
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өсөн быйыл ташламалы кредит ставкаһы 6,65 процент тәшкил итә. Йүнселдәр был ярҙамдан уңышлы файҙалана. 2020 – 2026 йылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән 23 миллиард һум һәм 12,7 миллиард һум инвестиция кредиты алған. Быйыл аграр бизнесты үҫтереүгә 468,8 миллион һум бүлеү ҡаралған – былтырғыға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Бынан тыш, дәүләт программаһына ярашлы, фермерҙар тура субсидиялар алыуҙы дауам итә. Былтыр ошондай ярҙам 354 хужалыҡҡа күрһәтелгән, дөйөм суммаһы – 337,5 миллион һум.
-----------
Ауыл хужалығы тармағында эш башлаған махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары өсөн былтыр “Агромотиватор” гранты булдырылды. 2026 йылда был йүнәлеште тормошҡа ашырыуға 30 миллион һум самаһы ҡаралған.
-------------------
“Бәләкәй аграр бизнесты үҫтереү” федераль проекты дәүләт ярҙамы сараларын, төп йүнәлештәр буйынса гранттарҙы, субсидияларҙы берләштерә. Уға ярашлы, быйыл республика фермерҙарына булышлыҡ өсөн 294 миллион һум ҡаралған. Был аҡса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына грант бүлеүгә лә, техника һәм мал алғанға киткән сығымдың 60 процентын ҡаплау мөмкинлеген биргән субсидияға ла йүнәлтелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan