

Башҡортостанда сәсеү барышы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат фәзрахманов төбәктә сәсеү кампанияһы барышы тураһында оператив мәғлүмәттәр бирҙе.
Бөгөнгө көнгә республикала планлаштырылған майҙандарҙың 65 проценттан ашыуы йәки 1,306 миллион гектар яҙғы культуралар сәселгән. Уҙған аҙнала аграрийҙар тәүлегенә яҡынса 80 мең гектар сәскән.
– Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары яҙғы сәсеүҙе тамамлаған тиерлек, – тине Илшат Фәзрахманов. – Тағы ла һигеҙ районда сәсеү эштәре 80 проценттан ашыуға башҡарылған. Улар араһында – Ауырғазы, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Бүздәк, Илеш, Ғафури һәм Шишмә райондары.
Республиканың 33 районында әлеге ваҡытта майҙандарҙың 50 проценттан ашыуы сәселгән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың 18 районындағы хужалыҡтар ужым, яҙғы иген һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен ҡарау буйынса эштәргә тотонған. 15 майға ҡарата 73 мең гектарҙа химик утау үткәрелгән.