

Ул 22 майҙа Өфөлә уҙғарыла. Ойоштороусылары - Башҡортостандың Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, “Фабрикант” электрон-сауҙа майҙансығы һәм “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр ителә.
Конференция 600-ҙән ашыу ҡатнашыусыны: федераль органдар вәкилдәрен, заказсыларҙы, тәьмин итеүселәрҙе һәм һатып алыуҙар өлкәһендәге эксперттарҙы берләштерәсәк. Эшлекле программа сиктәрендә мөһим темалар: Берҙәм мәғлүмәт системаһы эшендә инновациялар һәм дөйөм үҫеш тенденциялары; контракт системаһы тураһында ҡануниәттең хоҡуҡ ҡулланыу практикаһының көнүҙәк мәсьәләләре; электрон майҙансыҡтарҙа эшләү өҫтөнлөктәре тикшереләсәк.
Башҡортостандың Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова фекеренсә, конференцияла килеп тыуған һорауға эксперт яуабы алырға, һанлы ҡарарҙар индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәм файҙалы һөнәри танышыуҙар булдырырға мөмкин.
«Һатып алыуҙар-2026» конференцияһында шулай уҡ 2025 йыл өсөн «Башҡортостан Республикаһы һатып алыуҙарында лидер» рейтингы йомғаҡтары буйынса заказсыларҙы һәм тәьмин итеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә. «Иң яҡшы иң ҙур заказсы», «Иң яҡшы урта һәм бәләкәй заказсы», «АТМО-ла әүҙем заказсы» билдәләнәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һатып алыуҙар буйынса конференция Өфөлә йыл һайын үткәрелә.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте иллюстрацияһы.
Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/ekonomika/2026-05-19/v-ufe-provedut-konferentsiyu-zakupki-2026-4691815