Иҡтисад
20 Май , 16:00

Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Министр Илшат Фәзрахманов тармаҡтағы яңы алымдар тураһында һөйләне. 

Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таянаАуыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна
Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә күптән түгел республикаға яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессия булды. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәйеслегендә уҙҙы.

Төбәк етәксеһе тормошобоҙға яһалма зиһендең эҙмә-эҙлекле индерелеүен дәүләткә заманса идара итеү, илде технология йәһәтенән нығытыу нигеҙе тип билдәләне. Ул һәр эштә уңайлылыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән. “Дәүләт власы иҡтисадҡа, етештереү өлкәһенә, мәғарифҡа һәм башҡа тармаҡтарға яңы технологиялар индереүгә этәргес көс бирергә тейеш. Яһалма зиһен бөтә белгестәргә ваҡытын экономиялау, эштең сифатын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ бюрократиянан, иҫке алымдарҙан азат итеп, хеҙмәтләндереү барышын тиҙләтәсәк”, – тине Радий Фәрит улы һәм барлыҡ министрлыҡтарға, ведомстволарға яһалма зиһенде трансформациялау, пилот сервистарын эшләтеп ебәреү буйынса пландарын тәҡдим итергә ҡушты.

Тармаҡтар араһынан ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә лә бөгөн һанлы ҡарарҙар әүҙем йәлеп ителә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төбәк агросәнәғәт комплексында әле алты мең берәмек техника навигация системаһы менән йыһазландырылған. Утыҙҙан ашыу дрон баҫыуҙарҙы тикшереүҙә, эшкәртеүҙә ярҙам итә. Уларҙың иҫәбен 2030 йылға тиклем 150 – 200-гә еткереү ҡаралған. Автоматлаштырылған мелиоратив системалар һәм метеостанциялар баҫыуҙарҙы һуғарыуға теүәл идара итеү, эштәрҙе планлаштырыу мөмкинлеген бирә.

Малсылыҡта роботлаштырылған 37 система ҡулланыла. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы “Красная Башкирия” ауыл хужалығы етештереү кооперативында 240 һыйырҙы бер генә һауыу роботы операторы хеҙмәтләндерә.

– Был яһалма зиһенде ҡулланыу өсөн киң мөмкинлектәр аса: ул индерелгән һанлы ҡарарҙар нигеҙендә теге йәки был технология операцияһының ҡулайлы тактикаһын һәм стратегияһын төҙөргә ярҙам итәсәк, – ти Илшат Фәзрахманов. – Ресурстарға ла экономия, йәнә гарантияланған һөҙөмтә лә буласаҡ. Был барыһына ла ҡағыла: иген уңышына ла, һауын күләменә лә, продукция сифатына ла. Беҙҙең аграрийҙар өсөн иң ҡиммәтле ресурс – ваҡыт. Айырыуса әлеге эш миҙгелендә. Һәм нәҡ яһалма зиһен беҙгә ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҙ сығымдар менән юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.

Илшат Илдус улы әйтеүенсә, әле үк “Таврос” агрохолдингы предприятиеларында малдарҙың һаулығын күҙәтеүҙә, контролдә тотоуҙа компьютер булышлыҡ ҡыла, яһалма зиһен иһә йыһандан төшөрөлгән һүрәттәрҙе анализлай һәм баҫыуҙарҙағы проблемалы участкаларҙы асыҡлай.

Был эшкә фән дә йәлеп ителгән. Башҡортостан дәүләт аграр университеты бизнес менән берлектә һанлы селекция һәм фенотиплаштырыу буйынса эш алып бара, шулай уҡ Яһалма зиһен лабораторияһында, Агротехнологиялар үҙәгендә белгестәр әҙерләнә.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Йәмғиәттә яһалма зиһенгә ышаныстың тулы экосистемаһын булдырырға кәрәк. Халыҡ яңы технологияларҙан ҡурҡырға түгел, ә уларҙың асылын һәм, иң мөһиме, ғәмәли йәһәттән файҙаһын аңларға тейеш.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы төркөмөнән.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас