Иҡтисад
22 Май , 06:00

Ер эшкәртелергә тейеш

Бөтәһен дә алдан хәстәрләгәс, эш барышында тотҡарлыҡтар һиҙелмәй

Ер эшкәртелергә тейешЕр эшкәртелергә тейеш
Ер эшкәртелергә тейеш

Республикабыҙҙа яҙғы сәсеү эштәре бик ҡыҙыу бара. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, эштең яртыһынан күберәге тамамланған. Мәҫәлән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында ла өлгөрҙәр аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Шуныһы, был яҡтарҙа ҡырыҫ һауа шарттары хакимлыҡ итеүгә ҡарамаҫтан, егәрлеләр мул уңыш алыуға өлгәшә.

Мәсетле районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Садиҡов оҙатыуында Свердловск өлкәһенә сиктәш урынлашҡан Абдулла ауылы тарафтарына юлландыҡ. Баҫыуҙарҙың таҙалығы, ужым бойҙайының матур итеп шытҡаны, юл буйҙарындағы үләндәрҙең сабылғаны күҙгә ташланды.

– Яҙғы баҫыу эштәре нисек ойошҡан рәүештә башланды, шуның шикелле бик шыма дауам итә, – тип ҡыуанысын уртаҡлаша Вадим Рәйес улы. – Бөтәһе 45 хужалыҡ ошо эшкә йәлеп ителгән, шул иҫәптән 40 крәҫтиән-фермер хужалығы, биш урта һәм ҙур ойошмалар йөкләмәләрен намыҫ менән үтәй. Ғөмүмән, 44 мең 678 гектар майҙанды эшкәртергә тейешбеҙ, ә яҙғы иген культуралары 20 мең 661 гектар майҙанды тәшкил итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, "Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан" миҙалы менән бүләкләнгән"Аҡтау" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Ниғмәтйәнов билдәләүенсә, бөтәһен дә алдан хәстәрләгәс, эш барышында тотҡарлыҡтар һиҙелмәй. Ысынлап та, оҙайлы ҡыш миҙгелендә техниканың ҡайһы берҙәренә капиталь ремонт эшләнгән, ҡалғандарын иһә еңелсә генә майлап-рәтләп ҡуйғандар. Хужалыҡтың барлығы 12 мең гектар тирәһе ере бар, мәсетлеләр баҫыуға күпләп бойҙай, арпа, дон, гәрсис һәм башҡа культуралар сәскән. Арыш бойҙайы баш ҡалҡытҡан. Әйткәндәй, ул бер мең гектарҙан ашыу майҙанға йәйелгән.

"Аҡтау"ҙы райондың тотҡаһы булған хужалыҡтарҙың береһе тип атарға мөмкин. Предприятие аяғында ныҡлы баҫып тора, табыш килтереп эшләүе, автопарктарын яңыртып тороуҙары, 40-ҡа яҡын кешенең тап ошонда эш урынын табыуы һәм башҡа ыңғай күрһәткестәр – шуға асыҡ миҫал.

– "Ошо тармаҡты беләм", "Шул йүнәлештә оҫтамын", – тип беҙгә килеп эш һораусылар бар, – тип дауам итә һүҙен Илдар Сәғит улы. – Әле йәмғиәттәге Абдулла, Буртаковка, Оло Аҡа, Ключевой, Оло-Устьикин ауылдарының сәмселдәренән уңдым. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән һәм бер ҡараштан аңлайбыҙ. Азамат Ибраһимов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марсель Әҙиуллин һәм Дмитрий Пенькин һәммәһенә лә өлгө ролен үтәй. Уларға төрлө йылдарҙа тиккә генә "Нива" автомобиле тапшырылмаған. Әлбиттә, алдынғылыҡты бирмәгәндәре өсөн республика етәкселегенең ҡулынан шундай шәп бүләкте алдылар. Виктор Власов та ифрат тырыш.

Ысынлап та, баҫыу буйлап йөрөгән, тимәк, сәсеү кеүек яуаплы бурысты намыҫ менән башҡарған техника, уға идара иткән механизаторҙарҙы күҙәтеү – үҙе бер кинәнес.

Форсаттан файҙаланып, ауыл тотҡаһы һаналған әңгәмәсемдән ғаиләһе тураһында ла һораштыҡ. Гөлнара менән Илдар Ниғәмәтйәновтар өс балаға ғүмер биргән – бынамын тигән улдар үҫтерә. Өлкән улдары Илнар Дыуан күп профилле колледждың агрономия бүлеген тамамлаған, бөгөн атаһының төп ярҙамсыһы. Бынан тыш, Айнур менән Руслан да республикабыҙҙың ауыл хужалығы өлкәһендәге уҡыу йорттарында белем эстәй. Һүҙ ҙә юҡ, улар ҙа Абдуллаға, ата-әсәһе янына ҡайтып, ер эшкәртеүгә, иген үҫтереүгә тотонасаҡ. "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала уларға.

Илдар Сәғит улы, агросәнәғәт комплексын күтәреүҙән айырмалы, махсус хәрби операция биләмәһендәге Ватан һаҡсыларына ярҙам итеүҙе төп бурысы һанай. Һуғыштың башынан алып һалдаттарға ярҙам итә. Илдар Ниғәмәтйәнов, райондан беренсе булып фураға төҙөлөш материалы тейәп, МХО-ға оҙатҡан. Ғөмүмән, даими булышлыҡ итә. "Нива" һәм "УАЗ" маркалы автомобилдәрен ебәреүе лә шуға асыҡ дәлил. 

Ер эшкәртелергә тейеш
Ер эшкәртелергә тейеш
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас