Иҡтисад
25 Мая , 10:25

Сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша

Ҡайһы райондар иң тәүгеләр рәтендә сәсеүҙе тамамлаған? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәсеү эштәре аҙағына яҡынлашаСәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша
Сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары сәсеү кампанияһын планға алынған ваҡыттан 10 көнгә алда тамамларға йыйына. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. 

Бөгөнгәсә 1,7 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселгән, был билдәләнгән пландың 86 процентын тәшкил итә.

– Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй һәм Бөрйән райондарында яҙғы сәсеү тамамланды, Ауырғазы, Илеш, Борай, Шишмә, Бүздәк һәм Ҡалтасы райондарында эш аҙағына яҡынлаша, ә 13 районда сәсеүҙе бер-ике көндән тамамлайҙар, – тине Илшат Фәзрахманов.

Әлеге ваҡытта республика райондарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы старт алды. Миҙгел эштәрен ваҡытында башҡарыу өсөн Башҡортостан аграрийҙары дүрт миллиард һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.

Фото: Илнур Тазетдинов ("Кумертауское время" гәзите). 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова