

Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите торошо милли рейтингында былтыр Башҡортостан III урынға сыҡты. Был йәһәттән асыҡ аналитик доклад тәҡдим ителде. Ундағы тикшеренеүҙәрҙә 2025 йылда Рәсәй төбәктәрендә эш мөхите үҙгәрештәренә аныҡ анализ һәм һуңғы 12 йылға үҫеш күрһәткестәре бирелгән.
Иң яҡшы эш өлгөләре баһаланды
Докладта һигеҙ йүнәлеш өйрәнелә. Улар бизнесты алып барыу шарттары менән бәйле: инфраструктуранан алып инженер селтәрҙәренә тоташтырыу, кадрҙар ресурсы, ярҙам саралары һәм конкурентлыҡ үҫешенә тиклем.
Рейтинг йомғаҡтарынан күренеүенсә, Башҡортостан инвестиция мөхитенең хәл-торошо буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Беҙҙә төбәк власы бизнес алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырыша, уларҙың иң яҡшы эш өлгөләре ошо рейтингта баһаланды ла инде.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов билдәләүенсә, әлеге ҡаҙанышта ижади индустрияны үҫтереүгә ынтылыш һөҙөмтәһе мөһим урын биләй. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контролендә. Айырым муниципалитеттарҙа ижади киңлектәр булдырылып, уңышлы эшләп килә. Ошондай һәр биләмәнең үҙ ылыҡтырыу көсө, мөмкинлектәре бар. Уларға урындағы бизнесты ныҡлап йәлеп итергә генә кәрәк.
– Республикабыҙ бер нисә мөһим күрһәткес буйынса йылдам үҫеш юлында, – ти Рөстәм Камалов. – Мәҫәлән, “Бизнесты һаҡлау” йүнәлешен алғанда, 2022 – 2025 йылдарҙағы эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү рәтенә инде. Был йәһәттән күрһәткестәрҙең уртаса йыллыҡ үҫеше 22,1 процент тәшкил итте. Шулай уҡ “Бизнесҡа ярҙам саралары”, “Инфраструктура” йүнәлештәрендә хеҙмәт һөҙөмтәһе юғары. Башҡортостан Волга буйы федераль округында – эшлекле мөхитте яҡшыртыу йылдамлығы, Рәсәйҙә шарттар менән хаҡтың нисбәте буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Республикабыҙҙа ете йыл дауамында инвестициялар туҡтауһыҙ үҫешә. Был йәһәттән дөйөм ил күрһәткестәренән ике тапҡырға тиклем алда барабыҙ.
Эксперт Рөстәм Камалов билдәләүенсә, тап ошо ҡаҙаныштар республикабыҙҙы инвесторҙар өсөн ҡыҙыҡлы, ылыҡтырғыс итә. Башҡортостан был йәһәттән милли рейтингта өсөнсө урында.
Барыһы ла тән, рух сәләмәтлегенән башлана
Башҡортостан етәкселегенең яҡшы башланғысына ярашлы, республика милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Мәҫәлән, яңы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты нигеҙендә республика етәксеһе тарафынан “Терәк ауыл-ҡалаларҙың инфраструктураһын үҫтереү” программаһы раҫланды. Ул торлаҡ фондын, коммуналь хужалыҡты яңыртыу, юлдарҙы ремонтлау һ.б. буйынса сараларҙы үҙ эсенә ала. Республикала йорттар, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары төҙөү, социаль инфраструктураны капиталь йүнәтеү эштәре дауам итә. 2025 йылда өс миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.
Һаулыҡ һаҡлауҙа беренсел звеноны яңыртыу программаһы буйынса дүрт поликлиника төҙөлгән, туғыҙ медицина учреждениеһы ремонтланған, 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаториялары, дөйөм табип практикаһы офистары асылған.
– Йорттар һалып, ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереп, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртырға ынтылыу, социаль хәлен тотороҡландырыу, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын күбәйтеп, йәмғиәттең сәләмәтлеген хәстәрләү дөйөм иҡтисади үҫешкә туранан-тура йоғонто яһай, – ти эксперт Рөстәм Камалов. – Ғөмүмән, ҡаҙаныштарҙың нигеҙе – халыҡ мәнфәғәттәрен алға ҡуйыуҙа. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух һәм, һөҙөмтәлә, сәләмәт инвестиция мөхите.
--------------------------
Инвесторҙар менән бәйләнеште нығытыуҙа “Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәләрҙең өлөшө ҙур. Был алым республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан индерелде һәм уңышлы тормошҡа ашырыла. Кәңәшмәләрҙә республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булылыҡ иткән власть, урындағы үҙидара органдары, төрлө ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.
------------------
Милли рейтингта республиканың ауыл хужалығы ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Былтыр тарихи рекорд ҡуйылды: дүрт миллион тонна самаһы ашлыҡ, ике миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, бер миллион тонна майлы культуралар йыйылды. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса, төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 6,4 процентҡа артты (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә туғыҙынсы урын).
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan