

Башҡортостан — Рәсәйҙә урманға бай төбәктәрҙең береһе. Республика биләмәһенең яҡынса 40 процентын (5,7 миллион гектарҙан ашыу) урман тәшкил итә. Урмандарҙы һаҡлау, үҫтереү һәм эшкәртеү менән Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы шөғөлләнә.
Әммә ошо бөйөк байлыҡты киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу — беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы. Урманды янғындарҙан һаҡлау, сүп-сар ташламау һәм ағас ултыртыу акцияларында әүҙем ҡатнашыу бик мөһим.
2025 йылда Башҡортостан урмансылары Башҡортостан урмандарын һаҡлау һәм арттырыу буйынса яйға һалынған һәм планға ярашлы эште дауам итте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән “Экологик именлек” яңы милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты республикала әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә төбәк урмансылары алдына 2025 йылда өс маҡсатлы индикаторға өлгәшеү бурысы ҡуйылды. Былар: “Урмандарҙы тергеҙеү һәм урман үҫтереү майҙанының ҡырҡылған майҙанына нисбәте”; “Урмандарҙы тергеҙеү майҙандарын урмандар урынлашҡан ерҙәргә индереү” һәм “2021 йылға ҡарата урман фонды ерҙәрендәге урман янғындары майҙанын ҡыҫҡартыу”.
Федераль проект күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн алты төп сараны тормошҡа ашырыу ҡаралған. Уларҙың икәүһе – 2025 йылда тормошҡа ашырылған, ике сараға Башҡортостан урмансылары быйыл тотонасаҡ һәм ҡалған сара 2027 һәм 2030 йылдарға тап килә.
Шулай уҡ яңыртылған төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылына йомғаҡ яһап, 2025 йылда республикаға билдәләнгән бөтә күрһәткестәрҙе лә Башҡортостан урмансылары теүәл үтәгән. Урмандарҙы тергеҙеү эштәре 14,1 мең гектар майҙанда башҡарылған, урмандарҙы тергеҙеү һәм урман үҫтереү майҙанының ҡырҡылған майҙанына нисбәте 106,3 процент тәшкил иткән.
2025 йылда урманды тергеҙеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылған. Урманды тергеҙеү — ул ағастарҙы ҡырҡҡанда йәки урман фонды ерҙәрен башҡа категорияға күсергәндә, юғалған урманды 100% күләмдә яңынан ултыртыу бурысы. Ултыртыу эштәре киҫелгән ағастар майҙанына тигеҙ майҙанда һәм шул уҡ төбәктә башҡарыла. Былтыр бөтәһе 828 гектар урман культуралары һалынған, шуның 680 гектары илдең башҡа төбәктәренән ойошмалар йөкләмәһе буйынса ултыртылған. Урмандарҙы тергеҙеү һәм артабан сәләмәт, һөҙөмтәле урман үҫентеләрен формалаштырыу туранан-тура ултыртылған үҫентеләрҙе тәрбиәләү буйынса башҡарылған эштәрҙең сифатына бәйле. Былтыр дөйөм майҙаны 38 мең гектарҙан ашыу ерҙә агротехник һәм урмансылыҡ культураларын тәрбиәләү эштәре башҡарылған. Ағымдағы йылда бөтә ҡаралған яуаплылыҡ сараларын ҡабул итеүгә махсус контроль һәм өҫтәмә иғтибар бүленәсәк!
2025 йылға дөйөм күләме өс тоннанан ашыу орлоҡ запасы булдырылған, ҡуртымға бирелмәгән урман участкаларында урмандарҙы тергеҙеү буйынса саралар уҙғарылған. Бындай участкаларҙа эштәр 5447 гектар майҙанда уңышлы тамамланған, планға ҡарата 100 процентҡа үтәлгән.
Урмандарҙа – янғын хәүефе
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең төп йүнәлештәренең береһе–урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге сараларын тормошҡа ашырыу һәм урман янғындарын һүндереү. 2025 йылда республиканың урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел 216 көн дауам иткән. Ошо осорҙа 76 гектар самаһы майҙанда 20 янғын теркәлгән. Урман янғындарын һүндереү оперативлығы 100 процент тәшкил иткән, йәғни бөтә янғындар ҙа беренсе тәүлектә үк һүндерелгән.
Рәсәй Президенты Указы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән 2025 йылға билдәләнгән урман янғындарының сикке майҙаны буйынса төп маҡсатлы күрһәткесте 44 тапҡырға кәметеүгә өлгәшелгән. (2025 йылда республика өсөн билдәләнгән күрһәткес–3372 гектар).
Янғын хәүефе осоро барышында йыһан, авиация һәм ер өҫтө мониторингы алып барылған, урмандарҙы янғынға ҡаршы төҙөкләндереү буйынса саралар комплексы башҡарылған. Урман янғындарының таралыуын иҫкәртеү буйынса саралар сиктәрендә 12 мең километрға яҡын янғынға ҡаршы минераллаштырылған һыҙаттар булдырылған һәм яңыртылған, был янғындың тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына күсеү хәүефенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән.
2025 йылға урмандарҙың видеомониторингы көсәйтелгән. Бөгөн “Урман һағы” мониторинг системаһы майҙаны ике миллион гектар йәки республика урман фонды ерҙәренең 40 процентын үҙ эсенә алған 22 камеранан тора. Ағымдағы йылда республика урмандарында камералар төркөмөн артабан арттырыу ҡарала.
Белешмә өсөн: камералар Әбйәлил районында–1, Баймаҡта - 1, Белоретта - 7, Благовещенда - 1, Бөрйәндә - 2, Ейәнсурала - 2, Йылайырҙа - 3, Күгәрсендә -1, Учалыла - 3, Хәйбуллала - 1 районда), шулай уҡ федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә - 3 камера (Мәләүез, Күгәрсен райондары) ҡуйылған.
Республика биләмәһендә санитар–һауыҡтырыу саралары, шулай уҡ зарарлы организмдар сығанаҡтарын бөтөрөү буйынса урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса системалы эш алып барыла. 2025 йылда урман–патологик тикшереүҙәр 9,7 мең гектарҙа йәки планға ҡарата 107% майҙанда уҙғарылған. Дөйөм һәм һайланма санитар ҡырҡыуҙы, һатыуы ауыр булған ағасты йыйыуҙы, авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыуҙы үҙ эсенә алған санитар–һауыҡтырыу саралары 3190 гектар майҙанда, йәғни билдәләнгән пландың 103 проценты үтәлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ: урмандарҙа янғын хәүефе һаҡланыуы менән бәйле һәм республиканың урман биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында 23 майҙан 31 майға тиклем граждандарҙың урманға инеүенә һәм транспорт сараларында инеүгә сикләү индерелде.
Урман ҡануниәтен боҙоуҙар йәһәтенән
Урмандарҙы һаҡлау сиктәрендә 2025 йылда дәүләт урман инспекторҙары менән урман фонды биләмәләрендә 24 меңдән ашыу патруллек ойошторолған. Шулай уҡ 95 көн дауамында өс ведомство-ара оператив–иҫкәртеү операцияһы булған. Үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә 676 урман ҡануниәтен боҙоу асыҡланған, уларҙан яҡынса 6 мең кубометр күләмендә законһыҙ ҡырҡыуҙың 369 осрағы асыҡланған, был 2024 йылға ҡарағанда 14 процентҡа аҙыраҡ. Ағасты законһыҙ ҡырҡыуҙың иң ҙур күләме Бөрйән һәм Белорет урман хужалыҡтарына тап килә.
“Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәштә йыһандан ситтән тороп күҙәтеү алып барыу һөҙөмтәлелек күрһәтә. Федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш алып барыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.Әгәр былтыр юлдаш күҙәтеүе урмандарҙың ни бары 6% йәлеп ителһә, быйыл иһә был күрһәткес Башҡортостан урмандарының 94 процентын тәшкил итә”,–тип хәбәр итәләр урман хужалығы министрлығынан.
Шулай уҡ йыһан мониторингы урман инспекторҙары арсеналында баһалап бөткөһөҙ инструмент булып тора. Уҙған йылда ғына ошо система ярҙамында 71 урман ҡануниәтен боҙоу асыҡланған.
Башҡарылған эштәрҙең сифатын яҡшыртыу һәм урман ҡануниәтен боҙоу менән бәйле хәүефтәрҙе кәметеү маҡсатында инспекторҙар составының патруль автомобилдәре паркын даими рәүештә тулыландырыу дауам итә. Бөтәһе 27 миллион һумға 40 берәмек урман–патруль техникаһы һәм ҡорамал һатып алынған. Финанслау “Урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә федераль бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
Урмандарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн заманса технологияларҙы әүҙем индереү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, “Илебеҙ пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды стимуллаштырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылда “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектынына ярашлы,18 берәмек “Геоскан 801” комплексы һатып алынған. Шулай уҡ министрлыҡ өҫтәмә рәүештә өс берәмек еңел пилотһыҙ осоу аппараты менән тулыланған.
Урмандарҙы файҙаланыу
Республика территорияһында “Урман кодексы”нда ҡаралған урмандарҙы файҙаланыуҙың күпселек төрҙәре ҡулланыла. 2025 йылда урман фонды биләмәһендә1,6 миллион гектарҙан ашыу майҙанда, урман участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәре һаны 2343 тәшкил иткән, был урман фонды ерҙәренең дөйөм майҙанының 28 проценты. Ағас әҙерләү – урмандарҙы файҙаланыуҙың төп төрө булып ҡала. 2025 йылда иң ҙур рөхсәт ителгән ҡырҡыу күләме, йәғни ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкә 10,6 миллион кубометр тәшкил иткән. Иҫәпләнгән диләнкәне үҙләштереү 23,9 процент тәшкил итһә, республикала 2,5 миллион кубометрҙан ашыу ағас әҙерләнгән, был 2024 йыл кимәлендә, дөйөм ил буйынса ағас әҙерләү күләменең 10 процентҡа кәмеүенә ҡарамаҫтан, яҡынса баһалар буйынса был 2024 йыл кимәлендә ҡалған. Бынан тыш, урман участкалары башҡа эшмәкәрлек төрҙәрен – рекреация, ауыл хужалығы, һунар, линия объекттары һәм башҡа төрҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн бирелгән, шул уҡ ваҡытта урмандарҙы файҙаланыуҙың йылдам таралған төрө булып рекреацион эшмәкәрлек алып барыу тора. Ошо ҡулланыу төрө буйынса иң күп ҡуртым килешеүҙәре төҙөлгән.
Рәсәй Федерацияһының урман мөнәсәбәттәре өлкәһендәге вәкәләттәрен үтәүгә йүнәлтелгән средстволарҙы туранан-тура йәлеп итеүенә күҙ һалғанда, 2025 йылда федераль бюджеттан дөйөм сумма 796 миллион һум тәшкил иткән, быйыл иһә Федераль урман хужалығы агентлығы менән һөҙөмтәле эшләү арҡаһында, федераль бюджеттан 895 миллион һум күләмендә субвенциялар йәлеп ителгән, шул иҫәптән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуға 278 миллион һум бирелгән. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: федераль проект сиктәрендә бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, тотош Рәсәй Федерацияһында икенсе урынды биләй.
— Йыл һайын яҙғы осорҙа “Хәтер баҡсаһы”халыҡ–ара акцияһы уҙғарыла. 2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә акция саралары ошо иҫтәлекле датаны мәңгеләштереүгә арналды. Бынан тыш, ағастар ултыртыу республикала иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар йылы”на ҡарата үткәрелде. Дүрт муниципалитетта географик объекттар – иҫтәлекле символика менән геоглифтар төҙөү ҙур ҡаҙаныш булды. “Хәтер баҡсаһы” проекты сиктәрендә 470 гектар майҙанда 1,8 миллиондан ашыу үҫенте ултыртылды, ә акцияла ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 157 меңдән ашты. Урмансыларҙың эше федераль кимәлдә юғары баһаланды. Башҡортостан Рәсәйҙә акция лидерҙарының береһе булды, шул уҡ ваҡытта ултыртылған ағастар һаны, халыҡтың ҡатнашыуы һәм төбәктең медиа әүҙемлеге иҫәпкә алынды, – ти Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.
Урман тармағы хеҙмәткәрҙәре алдына яңы бурыстар ҡуйылған
Урмансылар “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының төп индикаторҙарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк. Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау буйынса саралар комплексын үткәреү өсөн махсуслаштырылған янғын техникаһын һәм ҡорамалдарын, шул иҫәптән “Урман һағы” системаһының видеомониторинг камераларын һатып алыу планлаштырыла. 2026 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткесенә ярашлы, урмансылар алдында 15 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү сараларын үткәреү күҙ уңында тотола.
2026 йылда урмандарҙы тергеҙеү өсөн 28 миллиондан ашыу үҫенте әҙерләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика йыл һайын ҡырҡылған йәки тәбиғәт факторҙары арҡаһында юҡҡа сығарылған урмандарҙан күберәк ағас ултыртырға тейеш. Быйыл ағас ултыртыу планы өс процентҡа арттырылған. Урман фондын тергеҙеү күләме буйынса Учалы, Нуриман, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары алда бара.
Еребеҙҙең “йәшел еләне” беҙҙең яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булғанды, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлаһын ине. Урманды һаҡлау – ул урман хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә тотош кешелектең изге бурысы. Урман — планетаның “үпкәһе”, саф һауа сығанағы һәм йөҙләгән төр хайуан менән ҡош-ҡорттоң йорто.
Урманды һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индереү өсөн ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим:
Ут яғыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: Урманда, айырыуса ҡоро үләнле ерҙә, ағас төптәрендә һәм ҡарағайлыҡтарҙа ут яғыу тыйыла. Ҡайтыр алдынан усаҡтың тулыһынса һүнгәненә инанығыҙ.
Сүп-сар ҡалдырмағыҙ: Пластик шешәләр, полиэтилен һәм быяла ҡалдыҡтары тәбиғәттә йөҙҙәрсә йылдар буйына серемәй һәм янғын сығанағына әйләнергә мөмкин.
Ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмағыҙ: Йәш үҫентеләрҙе һындырмағыҙ, ҡоро-һороно ла сама белеп кенә йыйығыҙ.
Ағас ултыртыу акцияларында ҡатнашығыҙ: Республикабыҙҙа йыл да үткәрелә торған “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” кеүек экологик акцияларҙа ҡатнашып, яңы ағастар ултыртырға мөмкин.
Марат Шәрәфетдинов,
Башҡортостандың урман хужалығы министры
—Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау буйынса әүҙем эш дауам итәсәк. Өҫтәмә махсус янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары, шул иҫәптән “Урман һағы” видеомониторинг системаһын һатып алырға ниәтләйбеҙ. Урман массивтарын һаҡлау буйынса комплекслы саралар сиктәрендә беҙ законһыҙ ҡырҡыуҙарға юл ҡуймау буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Уларҙың кәмеү тенденцияһына ҡарамаҫтан, законһыҙ ҡырҡыу күләмдәре элеккесә ярайһы уҡ ҙур булып ҡала, был иһә даими иғтибар һәм өҫтәмә көс талап итә.
2026 йылда беҙҙең алда урмандарҙың кәмендә 103% нисбәтендә ҡалдырылыу һәм яңыртып етештереү балансына ирешеү бурысы тора. Урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу йәки дәүләт урман фондының кәм тигәндә 15 мең гектар биләмәһенә йәш ағастар ултыртыу күҙ уңында тотола.
Альберт Закиров, Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары
—Билдәле булыуынса, республиканың һәр район һәм ҡалаһында “Хәтер баҡсаһы” акциялары үтте. Акцияны үткәреү өсөн республиканың барлыҡ райондарында дөйөм майҙаны 600 гектар самаһы 208 урман участкаһы әҙерләнде. “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында бөтәһе ике миллион ағас ултыртылды. "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара экология–патриотик акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2020 йылдан алып ойошторола.
Автор фотоһы.