Иҡтисад
3 Июнь , 17:00

Лидер төбәктәр иҫәбендәбеҙ

Үҫешкә ышаныслы нигеҙ һалына.

Лидер төбәктәр иҫәбендәбеҙЛидер төбәктәр иҫәбендәбеҙ
Лидер төбәктәр иҫәбендәбеҙ

Төбәк сәйәсәте үҫеше үҙәге белгестәре, 2025 йылғы мәғлүмәттәрҙе туплап, “Рәсәй төбәктәрендә транспорт инфраструктураһы: әлеге иҡтисади шарттарҙа үҫеш мөмкинлектәре” тип аталған доклад әҙерләне. Унда тармаҡтың былтырғы торошона, уңыштарға, хәл итәһе мәсьәләләргә анализ яһала.

Тиҙ ҙә, сифатлы ла

Рейтинг һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостан транспорт инфраструктураһы үҫеше буйынса илдә II урында. Ул Татарстан һәм Свердловск өлкәһе менән берлектә тәүге өс лидер төбәк иҫәбенә инде. Бында федераль трассаларҙан ҡала электр транспорттарына һәм мөһим авиапункттарға тиклем комплекслы үҫеш сағылыш таба. Айырым күрһәткестәр (аэропорт, юл ремонты) буйынса республика башҡа ике лидерҙан күпкә алда. Миҫалға, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 2025 йылда 4,9 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән (үҫеш күләме – дүрт процент). Унда Краснодарға рейстар тергеҙелде. Шулай уҡ Таулы Алтайға, Ҡытайҙағы Санья ҡалаһына, Вьетнамға, Шри-Ланкаға яңы маршруттар асылды.

– “Өфө” аэропортының илдәге иң ҙур ун һауа ҡапҡаһы исемлегенә инеүе – республика етәкселегенең халыҡ-ара маршрут селтәрен киңәйтеү, эске йүнәлештәрҙе тергеҙеү, туризмды үҫтереү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһе, – ти Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Земфира Сабирова. – Республика шулай уҡ башҡа лидер төбәктәр араһында юл ремонты тиҙлеге һәм сифаты буйынса алдынғылыҡты биләй. Был йәһәттән дә Башҡортостан етәкселегенең юл инфраструктураһы өлкәһендә финанстар, инвестициялар менән һөҙөмтәле идара итеү маҡсатында ыңғай башланғыстарын билдәләргә кәрәк. Атап әйткәндә, республикала ошо тармаҡтағы проекттарҙы финанслашыу өсөн юл фонды булдырылды. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулы аша юлдарҙы ремонтлауға, аэропортты үҫтереүгә инвестициялар әүҙем йәлеп ителә.

“Финист”, “Ласточка”, “Орлан”...

Башҡортостанда юлдар ғына түгел, поездар ҙа яңыртыла. Куйбышев тимер юлы хеҙмәтләндергән 10 төбәк араһында ул пассажирҙар ташыу буйынса абсолют лидер булып тора. 2021 йылдан һанағанда, республикабыҙға 18 яңы поезд алынды. Улар араһында “Финист”, “Ласточка”, “Орлан”дар бар. Быйыл тағы ике системалы яңы ике “Финист” йөрөй башланы.

– Тимер юл транспортын яңыртыу буйынса уйланылған сәйәсәт алып барылғанлыҡтан, беҙҙә пассажирҙар күбәйҙе, уларҙы ташыу тиҙлеге артты, уңайлылыҡҡа айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Автомобиль трассаларына төшкән көсөргәнеш кәмене. Был мәсьәлә бигерәк тә Өфө – Белорет, Өфө – Стәрлетамаҡ йүнәлештәре өсөн көнүҙәк. “Орлан” поездары иҫәбенә бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән халыҡҡа транспорт йәһәтенән яҡшы шарттар булдырылды, – ти эксперт Земфира Сабирова. – Республика етәкселегенең тимер юл транспортын үҫтереү буйынса күп йылдарға планлаштырылған, яйға һалынған системаһы төбәк үҫешенең дөйөм стратегияһында ныҡлы урын алды. Федераль финанслау менән төбәк башланғыстарын грамоталы яраштырыу иһә ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Һәм быларҙың барыһы ла тәү сиратта төбәк халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан етәкселеге тимер юл транспортын яңыртыу нигеҙендә иҡтисади үҫешкә ҡеүәт өҫтәй һәм граждандарҙың социаль хәлен хәстәрләй.

Земфира Эмиль ҡыҙы билдәләүенсә, маршрут селтәрҙәрен киңәйтеү республикабыҙҙың башҡа төбәктәр менән бәйләнешен нығыта, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтә, һөҙөмтәлә берҙәм иҡтисади киңлек булдырыла. Был туризмды, халыҡтың мобиллеген үҫтереүҙә айырыуса мөһим.

Тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе

Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте төбәктең стратегик партнерҙарының береһенә әйләнде. Ошо нигеҙҙә маршрут селтәрҙәре киңәйтелә, транспорт хеҙмәтләндереүе камиллаштырыла, вокзал яны биләмәләре төҙөкләндерелә.  

Мәҫәлән, 2021 йылда Өфө – Күмертау маршруты буйынса ҡала яны поезы йөрөй башлағайны. Ул тиҙ арала Ырымбурға тиклем еткерелде. Былтыр 1 августан Дим – Өфө – Силәбе ҡала яны поезы булдырылды. Быйыл майҙа иһә Һамарға ҡәҙәр “Ласточка” тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы эш башланы.

– Республиканың “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге – дәүләт-шәхси партнерлыҡтың уңышлы өлгөһө. Был алымға ярашлы, инфраструктураға инвестициялар күп йыллыҡ социаль-иҡтисади һөҙөмтә бирә, – ти Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Земфира Сабирова. – Республиканың проекттары дөйөм илдең транспорт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Һөҙөмтәлә артабанғы үҫешкә ышаныслы нигеҙ һалына.

-------------------

Башҡортостан автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса илдә икенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Был иҡтисадта юғары әһәмиәткә эйә. Республика юл фондының 2026 йылға күләме 44687,8 миллион һум тәшкил итә, уның 7 миллиард 240 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.  

-----------------

Республикала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, быйыл федераль аҡса иҫәбенә 200 километрға яҡын автомобиль юлын (бында 15 күпер ҙә инә) ремонтлау планлаштырылған.

------------

Бөгөн заманса “Ласточка” һәм “Финист” электр поездары, республикабыҙҙың транспорт каркасын булдырып, төп йүнәлештәрҙе хеҙмәтләндерә. Был маршруттар – “Көнбайыш экспресс”, “Көньяҡ экспресс” һәм “Көнсығыш экспресс”.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас