Иҡтисад
4 Июня , 14:50

Беҙ быйыл да "ГеоВызов"ты ҡабул итәбеҙ

Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән осрашты. 

Беҙ быйыл да "ГеоВызов"ты ҡабул итәбеҙБеҙ быйыл да "ГеоВызов"ты ҡабул итәбеҙ
Беҙ быйыл да "ГеоВызов"ты ҡабул итәбеҙ

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең ойоштороу аспекттары һәм IV “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү.

Шуны билдәләп үтәйек, чемпионат республикала 2023 йылдан алып “Роснедра” ярҙамында үткәрелә. 2025 йылда сараға 17 илдән 38 команда йыйылды.

2026 йылда “ГеоВызов”ҡа Башҡортостанға 40-тан ашыу команданың килеүе көтөлә. Потенциаль ҡатнашыусылар араһында Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Зимбабве, Фәләстин, Иран, Ираҡ, Сүриә һәм Венесуэла вәкилдәре бар.

“Роснедра” етәксеһе ғилми хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм геологик белем биреүҙе үҫтереү өсөн сараның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– “ГеоВызов” чемпионаты халыҡ-ара кимәлгә сыҡты – командалар һаны арта, яңы ҡатнашыусылар ҡушыла, – тине Олег Казанов. – Былтыр Башҡортостанда чемпионат ғәҙәттәгесә юғары кимәлдә үтте. Быйыл тағы ла күберәк командалар, йәш геологтар, сағыу асыштар көтәбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас