

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров президент, “Технониколь” акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе партнеры Сергей Колесников менән осрашты. Көн тәртибендә – сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
“Технониколь” корпорацияһы ҡыйыҡ, гидро- һәм йылылыҡ изоляцияһы, юл төҙөлөшө һәм сәнәғәт өсөн материалдар сығарыуға махсуслаша. Башҡортостанда компанияның бер нисә етештереү майҙансығы эшләй.
Осрашыуҙа корпорацияның төбәктәге инвестиция проекттары тикшерелде. Шуларҙың береһе – керамик гранулдар эшләү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың февралендә республика Башлығы ҡатнашлығында Учалыла яңы производство цехы асылды.
Сергей Колесников, республика яғынан ярҙам күләмле инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға һәм талап ителгән продукция сығарыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров ағымдағы иҡтисади шарттарҙа республикала эшләүсе предприятиеларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Бизнеста ябай ҡағиҙә бар – уңышҡа өлгәшкәндән һуң алға барырға кәрәк. Предприятиены үҫешкә ниндәй идара итеү механизмдары этәрә алыуын яҡшы аңлайым, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең төп бурыс – бизнес менән власть араһында ышанысты нығытыу. Һәм мин эшҡыуарҙарҙың беҙгә ышаныуына ышанам.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.