

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Көн тәртибендә – республиканың юл селтәрен үҫтереү перспективалары.
Вячеслав Петушенко берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне. “Автодор” етәксеһе шулай уҡ республикала М-12 “Көнсығыш” федераль трассаһын төҙөгәндә зыян күргән автомобиль юлдарын тергеҙеү буйынса пландар менән таныштырҙы.
– Рәсәй Президенты төбәктәргә федераль автомобиль юлдарын үҫтереүҙә һәм модернизациялауҙа ҡатнашырға мөмкинлек биргән законға ҡул ҡуйҙы, – тип дауам итте Вячеслав Петушенко. – Башҡортостан өсөн был документ, әгәр республика уларҙы төҙөүҙе йәки реконструкциялауҙы тиҙләтеү менән ҡыҙыҡһынһа, “Автодор” идаралығындағы объекттарҙа проекттарҙы берлектә финанслау мөмкинлеген бирә.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров менән Вячеслав Петушенко Башҡортостан Хөкүмәте менән “Автодор” араһында 2030 йылға тиклем дәүләт компанияһының автомобиль юлдарының ҡала төҙөлөшө һәм сәнәғәт потенциалын үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Журналистар менән әңгәмәлә “Автодор” идараһы рәйесе Башҡортостандың юл инфраструктураһын яңыртыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.
– Былтыр беҙ Ағиҙел йылғаһы аша матур күпер менән Дүртөйлө-Әчит юлының 140 километрлыҡ участкаһын тапшырҙыҡ. Бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төбәк етәксеһе был эш менән шәхсән ҡыҙыҡһынған һәм ярҙам иткән осраҡта ғына эшләргә мөмкин ине, – тип билдәләне Вячеслав Петушенко. – Бында йөк трафигының даими артыуын беләм. Ә республиканың тәбиғәт матурлыҡтары туристарҙы күберәк йәлеп итә. Беҙ төбәктә юлдар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ – был Көнсығышҡа транспорт коридорының мөһим өлөшө. Себер һәм Уралдың сауҙа, сәнәғәт һәм туристик потенциалы бар, шуға күрә уларҙы Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, шул иҫәптән Башҡортостан аша уңайлы логистика менән тоташтырырға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.