Иҡтисад
4 Июнь , 17:30

Триатлонға иғтибар ҙур

Башҡортостан менән Рәсәй триатлон федерацияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. 

Триатлонға иғтибар ҙурТриатлонға иғтибар ҙур
Триатлонға иғтибар ҙур

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй триатлон федерацияһы һәм “Геройҙар лигаһы” проекты етәксеһе Ксения Шойгу менән осрашты. Көн тәртибендә – инфраструктураны үҫтереү һәм ошо дисциплина буйынса тренерҙар әҙерләү.

Республикала спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, шул иҫәптән триатлон менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яҡшырталар, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ксения Шойгу, үҙ сиратында, балалар һәм үҫмерҙәр араһында был спорт төрөн үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй триатлон федерацияһы араһында физик культураны һәм спортты үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Республика менән үҙ-ара эш итеү “Геройҙар ярышы” өсөн комплекс төҙөүҙән башланды. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ йылдан йылға үҫештә алға китеш тураһында һөйләшеп килештек, – тип билдәләне Ксения Шойгу. – Килешеүгә ярашлы, ҡорамалдар һатып алыу һәм балаларҙы триатлонға йәлеп итеү буйынса бер нисә перспективалы проектты тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Минеңсә, был спорт төрө балаларҙы комплекслы үҫтереү өсөн иң файҙалыһы булып тора. Төбәк етәкселегенең шундай көслө ярҙамы менән беҙҙең киләсәгебеҙ ҙур, тип иҫәпләйем.

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда 947 кеше триатлон менән шөғөлләнә, уларҙың 314-е - ҡатын-ҡыҙ. Был спорт төрө Өфөлә, Ағиҙелдә, Салауатта, Ишембайҙа, Мәләүездә һәм Өфө районында популяр. Республикала “триатлон” спорт әҙерлеге программаһын 229 атлет һайлаған. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса спорт мастерына кандидат нормативтарын 18 спортсы үтәй. 2025 йылда Башҡортостан триатлонсылары Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа 13 миҙал яулаған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас