Иҡтисад
5 Июня , 14:15

Айырыуса ауыл хужалығы ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан менән Вологда өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. 

Айырыуса ауыл хужалығы ҡыҙыҡһындыраАйырыуса ауыл хужалығы ҡыҙыҡһындыра
Айырыуса ауыл хужалығы ҡыҙыҡһындыра

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Вологда өлкәһе губернаторы Георгий Филимонов сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ иҡтисадтан һәм инновацияларҙан алып экологияға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем йүнәлештәрҙең киң спектры буйынса үҙ-ара эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Атап әйткәндә, яҡтар бизнес һәм инвестициялар өсөн уңайлы шарттар булдырырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, фәнни етештереүҙе һәм берлектәге предприятиеларҙы үҫтерергә, үҙ-ара продукция менән тәьмин итеүҙе яйға һалырға һәм импортты алмаштырыу менән шөғөлләнергә ниәтләй.

– Ауыл хужалығы өлкәһендә белем биреү партнерлығын үҫтереү өсөн ҙур потенциал күрәбеҙ, – тине Георгий Филимонов. – Башҡортостан Республикаһы – агросәнәғәт комплексында һанлы технологияларҙы системалы индергән төбәк. Тәжрибә уртаҡлашасаҡбыҙ һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштерәсәкбеҙ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда ПМЭФ майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлек тураһында тағы бер нисә документҡа ҡул ҡуйғайны.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас