

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) ойошторған Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте.
Сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡатнашты. Һөҙөмтәләрҙе АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева тәҡдим итә.
2026 йылда инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 500 меңдән ашыу эшҡыуарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса төҙөгән. Ул төбәк властарының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса тырышлығын сағылдырған 88 төрлө күрһәткесте иҫәпкә ала.
Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урынды алды. Рейтинг һөҙөмтәләренә комментарий биреп, Радий Хәбиров Ватанды һаҡлауҙың төп бурысын үтәү өсөн иҡтисадты үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙ Башҡортостанда уйландыҡ – ҡасандыр ваҡыт етер, егеттәребеҙ МХО-нан ҡайтыр. Һәм улар беҙгә һорау бирәсәк: "Беҙ һуғыштыҡ, илде яҡланыҡ, ә һеҙ нимә эшләнегеҙ?”. Беҙ уларға: “Һеҙҙе көттөк, ләкин ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Беҙ эшләнек, иҡтисадты үҫтерҙек, инвестициялар йәлеп иттек, мәктәптәр, баҡсалар, дауаханалар, юлдар төҙөнөк”, – тип яуап бирербе, – тине Радий Хәбиров. – Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ уларға, илебеҙгә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләнек.. Ә был бөгөнгө фекер алышыуыбыҙ менән тығыҙ бәйле. Иң мөһиме – иҡтисад, уның нигеҙен, әлбиттә, беҙҙең бизнес тәшкил итә. Был ҡатмарлы шарттарҙа ул, моғайын, фронттың төп таянысы булып торалыр. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең Башҡортостанда тап ошо ваҡытта, тап хәҙер бөтәһе лә берҙәм, бөтә республика халҡы бер маҡсат менән йәшәй һәм эшләй – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ өсөн!
2025 йылда төбәк иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,7 процентҡа артып, 852,6 миллиард һумға еткән. Ә 2018 йылдан 2025 йылға тиклем төбәккә инвестиция ағымы 76,6 процентҡа артҡан. Республикала йәмғеһе 2,4 мең самаһы инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыу стадияһында – дөйөм планлаштырылған 1,3 триллион һум самаһы аҡса һалыу күләме менән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.