Иҡтисад
5 Июнь , 15:10

Башҡортостанды лайыҡлы күрһәттеләр

Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының ПМЭФ-та ҡатнашыуына яҡынса йомғаҡ яһаны. 

Башҡортостанды лайыҡлы күрһәттеләрБашҡортостанды лайыҡлы күрһәттеләр
Башҡортостанды лайыҡлы күрһәттеләр

Бөгөн журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуына яҡынса йомғаҡ яһаны.

– Беҙ бында Башҡортостанды яҡшы күрһәттек, тип уйлайым. Форумда ҡатнашыуҙың төп бурыстарының береһе – төбәктең мөмкинлектәрен, тәҡдимдәрен, инвестиция проекттарын презентациялау. Минеңсә, беҙ ошондай бурысты үтәнек, – тине республика Башлығы. – Әҙерлек барышында һөйләшеүҙәрҙең киң исемлеген билдәләнек, сөнки бында ҙур компаниялар, төбәк етәкселәре менән осрашыу бик уңайлы. Ә һандар, контракттар буйынса аныҡлыҡты бер аҙ һуңыраҡ билдәләйәсәкбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: форумда шулай уҡ йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) ойошторған Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу үтте. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән унда өсөнсө урынды алды.

– Был рейтингтың ҡиммәте нимәлә? Беҙгә чиновниктар түгел, ә эшҡыуарҙар үҙҙәре – уларҙың ни тиклем уңайлы эшләүе тураһында баһа бирә. Һәм беҙгә, тәү сиратта, кешеләрҙең, бизнестың фекере бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Өсөнсө урын – бик яҡшы. Беҙҙә һөҙөмтәле идара итеү командаһы бар, улар менән ғорурланабыҙ. Шуға күрә икенсе, беренсе урын өсөн дә көрәшәсәкбеҙ. Светлана Витальевна Чупшеваға АСИ биргән тәҡдимдәр өсөн рәхмәт. Беҙҙең хеҙмәттәшлекте бик ҡәҙерләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас