Иҡтисад
5 Июнь , 16:30

Президент беҙҙе ҡотланы

Владимир Путин Башҡортостанды Милли инвестиция рейтингында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡалыуы менән ҡотланы. 

Президент беҙҙе ҡотланыПрезидент беҙҙе ҡотланы
Президент беҙҙе ҡотланы

5 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты, Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.

Дәүләт башлығы донъя иҡтисадындағы ағымдағы хәл һәм заманса шарттарҙа ил үҫешенең перспективалы йүнәлештәре хаҡында һөйләне, иҡтисадты, шул иҫәптән төбәк кимәлендә, үҫтереү буйынса төп бурыстарҙы билдәләне.

– Көсөргәнешле, ҡатмарлы шарттарҙа Рәсәй үҙ суверенитетын нығытыуҙы дауам итә, ул, ҡыҫырыҡланмай, киреһенсә, партнерҙар даирәһен киңәйтә. Эйе, әле иҡтисади динамика тыйнаҡ, моғайын, беҙ был хаҡта тағы ла һөйләшербеҙ. Бында Хөкүмәт алдына ҡуйылған бурысты иҫкә төшөрәм: киләһе йылдан илебеҙ иҡтисадының тотороҡло үҫеш темптарына ҡайтырға кәрәк. Быны бер шарт менән генә эшләргә мөмкин: капитал һалыуҙарҙы арттырып, яңы инвестиция циклын башлап ебәреп, – тине Владимир Путин. – Рәсәй кеүек ҙур илдең суверенитеты баш ҡаланың йәки бер нисә эре сәнәғәт үҙәгенең көсө менән генә билдәләнмәй. Һәр төбәктең инвестициялар йәлеп итеүе, сифатлы эш урындары булдырыуы, производствоны һәм ҡала мөхитен үҫтереүе мөһим.

Рәсәй Президенты төбәк идара итеү командаларын инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингында алдынғы позициялар менән ҡотланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан унда өсөнсө урынды алды.

– Йола буйынса, форум сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингына йомғаҡ яһала. Быйыл беренселекте Мәскәү, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары, Түбәнге Новгород, Мәскәү өлкәләре бүлеште, – тине Владимир Путин. –Тәүге тапҡыр иң яҡшылар иҫәбенә Санкт-Петербург һәм Сахалин өлкәһе инде. Иң юғары динамика күрһәткән төбәктәр араһында: Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Омск, Владимир, Волгоград өлкәләре, Краснодар һәм Приморье крайы. Коллегаларымды ошо һөҙөмтәләр менән ҡотлайым.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас